Бөтә яңылыҡтар

Мәктәпкә Советтар Союзы Геройы Т.Т. Миңнеғолов исеме бирелде.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар сиктәрендә Баймаҡ районы Күсей ауылы мәктәбенең алтаҡтаһы яңыртылды.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар сиктәрендә Баймаҡ районы Күсей ауылы мәктәбенең алтаҡтаһы яңыртылды. Мәктәпкә Советтар Союзы Геройы Тафтизан Таһир улы Миңнеғолов исеме бирелде. Күсей ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман ауылдаштарын бер ваҡытта ла онотмай, улар тураһындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай.