АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Геройҙар тәбрикләнде

Бөгөн, 9 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы баш ҡаланың Еңеү паркында үткән тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Бөгөн, 9 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы баш ҡаланың Еңеү паркында үткән тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Башҡортостандың барлыҡ халҡы исеменән республика етәксеһе Мәңгелек ут янында урынлашҡан Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскә һалды.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары башҡарылғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған Ватан һаҡсылары хәтеренә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимовтың бюстарына, Геройҙар аллеяһындағы Дан мемориалына һәм тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскә һалды.

Артабан Башҡортостанда былтыр ноябрҙә старт алған “Еңеү” республика марафонының йомғаҡлау өлөшө – Республика Хәрби Дан музейына Мәңгелек ут менән капсуланы һәм штандартты тапшырыу тантанаһы үтте.

Байрам саралары барлыҡ санитар-эпидемиология талаптарын үтәп ойошторолдо.