Бөтә яңылыҡтар

Иртәгә «Алтын йондоҙ» ҡайта!

Еңеү көнөндә Башҡортостан “Юлдаш” телеканалында генерал Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшырыу телемарафоны үтәсәк.

Еңеү көнөндә Башҡортостан “Юлдаш” телеканалында генерал Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшырыу телемарафоны үтәсәк. 9 Майҙа - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы иртәнге cәғәт 8-ҙән башлап көнө буйына БСТ телеканалында “75 билдәһеҙ факт” телемарафоны уҙа.

Шулай уҡ был көндә “75 билдәһеҙ факт. Һуғыш йылдарында Башҡортостан Республикаһы” акцияһына йомғаҡ яһаласаҡ. Телевизор ҡараусылар республика халҡы һәм күрше төбәктәр ебәргән тарихтың иң сағыу биттәре менән таныша ала.

Эфирҙа Башҡортостан һалдаттары араһында беренселәрҙән булып Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донск ҡасабаһында барған алышта батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн Советтар Союзы Геройы исемен алыусы Михаил Криворотов һәм Зөбәй Үтәғолов тураһында төшөрөлгән документаль фильмдың премьераһын һәм һуғыш йылдары йырҙарынан торған концерт программаһын ҡарап буласаҡ. Эфир байрам салюты менән тамамлана.

Көндөң төп ваҡиғаһы - Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшырыу. Юғары дәүләт наградаһы илдең баш ҡалаһына самолет менән килтерелә. Аэропортта ҡаршы алғандан һуң, хәрби техникалар колоннаһы Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үтәсәк. Артабан «Алтын Йондоҙ» мәңгелеккә һаҡлау өсөн республиканың Милли музейына тапшырыла.