Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн “Еңеү көнө” йыр марафоны башлана

Хәтер һәм дан йылында “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштереү маҡсатында ойошторолдо.

Бөгөн Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған киң акция башлана.

“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһын Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башлап ебәрҙе. Йыр марафоны төрлө төбәктәр халҡын берләштерәсәк. Акцияла ҡатнашыусы төбәктәр “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ.

Акцияла йырланаһы барыбыҙ өсөн билдәле булған “Еңеү көнө” йырының авторы шағир Владимир Харитонов, композиторы Давид Тухманов. Улар халыҡ батырлығын, юғалтыу ҡайғыларын, тыныслыҡ хаҡына үҙ ғүмерен биргән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен күңелдәргә үтеп инерлек итеп йырға һала алған. Бөйөк ил байрамының гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр бынан 45 йыл элек башҡарылған.

Волга буйы федераль округының йыр марафонына старт февралдә Мордва Республикаһында бирелгәйне. “Еңеү көнө” йырын Саранскиҙың һәм муниципаль райондарҙың билдәле ижади коллективтары, республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр башҡарғайны. Шуны әйтергә кәрәк Мордова Республикаһы һуғышҡа 246 меңгә яҡын егет һәм ҡыҙҙарын оҙатҡан, уларҙың бик аҙы ғына кире әйләнеп ҡайта алған. 25 апрелдә Мордова эстафетаны күршеләренә – Волга буйы федераль округының төбәктәренә тапшыра.

Төбәктәрҙәге ижади коллективтарҙың сығышын яҙҙырыу быйыл февраль, март айҙарында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем ойошторолдо.

Республика һәм өлкәләрҙең ижади коллективтарының сығыштары 25 апрелдән 8 майға тиклем урындағы телеканалдар аша күрһәтеләсәк. Ә 9 майҙа – Еңеү көнөндә был йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында флешмоб яңғыраясаҡ. Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә, YouTube каналында табып ҡарарға, радиостанциялар аша тыңларға мөмкин.

Хәтер һәм дан йылында “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштереү маҡсатында ойошторолдо.

#песнипобедыПФО

#нашденьпобеды