Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар! Яңы проект!

Бындағы һәр открытка Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап ҡалған батырҙарыбыҙға һәм дөйөм еңеүгә арналған.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ярҙамында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү открыткалары” тип исемләнгән ҙур күләмле халыҡ проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Бөгөнгө көндә http://пфопобеда.рф сайтында был округтың 14 төбәгендә йәшәүселәрҙең үҙенсәлекле эштәр йыйылмаһы донъя күргән дә инде. Бындағы һәр открытка Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап ҡалған батырҙарыбыҙға һәм дөйөм еңеүгә арналған.

Сайтта открыткалар йыйылмаһы көндән-көн тулылана. Был проектта округта йәшәгән һәр кеше ҡатнаша ала. Уның өсөн сайтта “Добавить открытку” тигән бүлеккә инеп махсус форманы тултырырға һәм үҙегеҙҙең эшегеҙҙең фотоһүрәтен беркетергә кәрәк.

Эштәрҙе төрлө стилдә башҡарырға мөмкин: коллаждар, аппликация һәм компьютер графикаһында башҡарылған һүрәттәр ҡабул ителә. Уларҙың барыһын да халыҡтың ҡаһарманлығы тураһындағы хәтер берләштерә.

Барығыҙҙы ла Бөйөк Ватан һуғышына арналған проектҡа ҡушылырға саҡырабыҙ! Халыҡ батырлығы һәр кемдең хәтерендә!