-«Атайсал» гәзитен 1-се һанынан башлап алдырам. Әммә бер ваҡытта ла лото-уйында ҡатнашҡаным булманы. 2025 йылдың көҙөндә 80 йәшем тулған осорҙа почтаға барып, яратҡан баҫмаларыма яҙылдым. Шунда почтальон ҡыҙҙар: «Инәй! Һеҙ бит «Атайсал»ды һәр ваҡыт яҙҙыртаһығыҙ. Лото-уйынға квитанцияғыҙҙы ебәрегеҙ!»—тип үҙҙәре шунда уҡ күсермә эшләп тә бирҙе. Минең артымда торған ҡатын да гәзит ойошторған лото-уйында әллә нисә тапҡыр ҡатнашып, бүләк отоуын әйткәс, дәртләндем һәм редакцияға хат яҙып, квитанцияны һалып, ҡыҙым аша ебәрҙем,--тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты оло йәштәге ҡатын.
Фәниә Ҡотлоғужина 1945 йылдың көҙөндә Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, тыуған ауылы мәктәбендә 30 йылдан ашыу башланғыс класс уҡыусыларын аң-белемгә өйрәткән. Мәғариф өлкәһендә эшләү дәүерендә 11 тапҡыр сығарылыш класын уртаға звеноға оҙатҡан. Уҡыусыларының барыһы ла тормошта үҙ юлын табып, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булып илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәй һәм эшләй. Йыл да тәүге уҡытыусыларын осрашыуҙарға саҡырылар, хөрмәтләп телгә алалар, бүләктәргә күмәләр.
Һуңғы йылдарҙа Фәниә Әбдрәхмән ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Берҙән-бер ҡыҙы Гөлдәр менән кейәүе Рәфис уға 2 ейән һәм 1 ейәнсәр бүләк иткән. Өлкән ейәне Сибай медицина училищеһында уҡып йөрөгәндә былтыр әрме сафына алынған. Махсус хәрби операцияла ла ҡатнашҡан. Әлеге көндә егет унан ҡайтып һөнәре буйынса уҡыуын дауам итә. Әсәһенең шәхси клиникаһында массаж яһаусы булып та эшләй.
-Хыялымды тормошҡа ашырҙығыҙ! Бер тапҡыр ҙа шифаханала ял иткәнем юҡ. Беренсе тапҡыр һеҙ миңә шундай бүләк яһанығыҙ. Мине ҡыуандырған кеүек, үҙегеҙгә лә шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп кенә йәшәргә яҙһын!—тип изге теләктәрен теләне көндә 5 намаҙын ҡалдырмай уҡыған Фәниә Әбдрәхмән ҡыҙы.
Гөлдәр Ҡадаева.
автор фотоһы