Атайсал
3 Сентябрь 2025, 03:50

Аҡморондар әүҙем

Баймаҡ районының Аҡморон ауылында яңы мәсет һәм сиркәү төҙөлә. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. -Был тәҡдимде ауыл халҡы һәм унан ситтә йәшәүсе ауылдаштар күтәреп сыҡты һәм тиҙ арала ең һыҙғанып эшкә тотондо. Мәрхәмәтлек сараһына һәр кем өлөш индерергә тырыша: аҡса йыялар, һәр кесаҙна өмәгә сығалар. Ир-егеттәр төҙөлөш менән шөғөлләнһә, ҡатын-ҡыҙҙар иһә уларҙы тәмле аш-һыу менән һыйлай. Һеҙҙең тырышлығығыҙ үҙегеҙ теләгән һөҙөмтәгә килтерһен, башланған эшегеҙҙе уңышлы тамамларға яҙһын!--тип яҙа башлыҡ.

Аҡморондар әүҙемАҡморондар әүҙем
Аҡморондар әүҙем

 

 

Ул шулай уҡ Аҡморон халҡының ныҡышмалы хеҙмәтен, берҙәмлеген айырым билдәләп үтә. Бындай башланғыс берҙәмлекте, рухи ҡиммәттәрҙе нығытыуҙа этәргес көс булып тора. Төҙөлөш ауыл үҫешенә тос өлөш индерә, уның архитектура торошон яҡшыртып ҡына ҡалмай, халыҡты иманға әйҙәүе менән дә әһәмиәтле.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас