Атайсал
18 Июля 2025, 07:50

«Атайсал» гәзитен алдырһаң, ял итерһең йыл буйы!

Һуңғы йылдарҙа «Атайсал» гәзитенә яҙылыусылар араһында «Урал аръяғы шифаханаһы»на йүнәлтмә уйнатыу матур күренешкә әйләнде. 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында ял итеү мөмкинлеге Баймаҡ райлнының Иҫәнбәт ауылынан Марат Һөйөндөковҡа эләкте. -Ауылда эш бөтмәй бит инде ул. Йәй гәзит уҡырға бөтөнләй ваҡыт юҡ. «Атайсал» гәзите хәбәрсеһе өйгә килеп яҙылығыҙ инде тип торғас, етмәһә, бүләктәр елле тигәс, ҡатыныма яҙылырға ҡуштым. Бына бит ял итеү форсаты бирҙе гәзит хеҙмәткәрҙәре. Быға ҡәҙәр ҙә гәзит-журналдар алдырҙыҡ, әммә бер ваҡытта ла өлөшөбөҙгә көмөш төшмәне,--тип йылмая Марат Һөйөндөков.-Бөгөнгө көндә йәнең теләгән мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙәр аша алып булһа ла, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр күңелгә яҡын, сөнки ҡағыҙ биттәрендәге материалдар ышаныслы, уларҙы уҡыуы ла ҡыҙыҡ, сөнки оҙаҡ йылдар дауамында тәжрибә туплаған, бай тарихы, традициялары, йөҙө булған гәзиттә үҙ эштәрен профессиональ кимәлдә белгән юғары белемле белгестәр эшләй. Рәхмәт барығыҙға ла гәзит өсөн дә, йүнәлтмә өсөн дә!

«Атайсал» гәзитен алдырһаң, ял итерһең йыл буйы!«Атайсал» гәзитен алдырһаң, ял итерһең йыл буйы!
«Атайсал» гәзитен алдырһаң, ял итерһең йыл буйы!

Даланлы ир-егеткә бүләкте «Урал аръяғы шифаханаһы» йәмғиәте директоры Ратмир Ғөбәйҙуллин тапшырҙы.

-Рәхәтләнеп ял итеп алығыҙ! Дауаланыуҙың һәр төрө бар! Эш бөтмәй, ә һаулыҡ ҡаҡшай, шуға күрә мөмкинлек сыҡҡанда файҙалынап ҡалығыҙ,--тине Ратмир Айҙар улы.-«Атайсал» гәзитен «Урал аръяғы» шифаханаһында ял итеүселәр уҡыһын өсөн тип үҙебеҙгә даими яҙҙыртабыҙ. Ғөмүмән, Урал аръяғына таралған берҙән-бер башҡорт баҫмаһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда бағыусы булараҡ сығыш яһап, гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторолған лото-уйынға шифаханаға йүнәтлмә оттороу ике яҡ өсөн дә файҙалы. Киләсәктә лә бәйленеште өҙмәҫбеҙ, тип ышанам.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас