Атайсал
11 Сентября 2024, 09:20

Мин яратам Йәнтешемде!

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тантаналы шарттарҙа яңы стела һәм арт-объект асылды. Былай ҙа хозур тәбиғәте менән алдырған төйәккә яңы объекттар тағы ла сағыу биҙәк өҫтәй.

Мин яратам Йәнтешемде!Мин яратам Йәнтешемде!
Мин яратам Йәнтешемде!

Ауыл йәштәре ошондай иҫтәлекле урындар булдырыу хаҡында күптән хыяллана. Быйыл улар эскиз төҙөп, стела һәм арт-объектты ҡуйыуға аҡса ла таба. Төп инициатор ошо ауылда тыуып үҫкән Азамат Торомтаев була. Ул был изге эшен “Атайсал—кесе тыуған ер” төбәк проекты аша тормошҡа ашыра.

2021 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы башланғыс алған проекттың киң танылыу алыуына берәү ҙә шикләнмәгәндер. Ысынлап та бөгөн был проект күптәрҙе берләштерҙе, тыуған еренә һәм атайсалына ҡарата иғтибарлы булырға саҡырҙы, ҡайтанан үҙ еренең ул һәм ҡыҙҙарын ата нигеҙенә, тәүге тәпәй баҫҡан, ҡанат нығытҡан ауылдарына алып ҡайтты. “Атайсал” проектында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең күбеһе тап кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты.

Азамат Сәит улы әйтеүенсә, ауылға стела һәм арт-объект ҡуйыу идеяһы менән 10 йыл элек яна башлай. Әммә тыуған ауылына яҡын йәшәгәндә форсаты сыҡмай тора. 7 йыл элек ул ғаиләһе менән Ханты-Манси округына йәшәргә күсә. Ҡатыны Луара, ҡыҙҙары Фатима, Сәлимә менән йыл һайын Йәнтештә йәшәгән ата-әсәһе янына ял итергә ҡайталар. Быйыл ул ауылдаштар чатына ошо изге тәләге хаҡында белгертеп яҙа. Ауылдаштары уның башланғысын хуплай һәм тиҙ арала 200 меңдән ашыу аҡса йыялар. Буласаҡ объекттарҙың макетын Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларының реклама агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәре эшләп бирә.

-Бөтәһе 6 төрлө макет бар ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн ауылдаштарым тауыш бирҙе. Иң күп тауыш йыйғанын эшләттек тә инде. Хәҙер ауылға ингән урында--Тәкәл тауы битләүендә “Мин яратам Йәнтешемде” стелаһы ҡаршы ала. Унда шулай уҡ ауылдашыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәниф Сәфәровтың йәнтөйәккә арнап сығарған шиғырынан юлдар ҙа яҙылған. “Йөрәгемдә Йәнтешем” арт-объектын иһә автобус туҡталышы янына урынлаштырҙыҡ,--ти Азамат Сәит улы.-Әлеге көндә Йәштештә йәшәүселәргә, унан ситтә тороусыларға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Ысынлап та, көс берҙәмлектә.

Булдыҡлы ир-егеттең был эшен ауылдаштары ла хуплай:

-Һаҡмар буйындағы иң гүзәл ауылдарҙың береһе беҙҙең Йәнтеш. Бик матур урында йәшәйбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ эшсән, намыҫсан булыуҙары менән башҡаларҙан айырыла. Тыуған төйәгем тип янып йәшәгән йәштәребеҙ булыуы һөйөндөрә. Азамат Сәит улы шундайҙарҙың береһе. Алыҫ тарафтарҙа йәшәһә лә йылына ике тапҡыр мотлаҡ тыуған ауылына ата-әсәһе янына ҡайта. Матур ғаилә башлығы булыуы менән дә башҡаларға өлгө. Рәхмәт тырыш яҡташыбыҙға! Рәхмәт ауылдаштарға!—тине Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Лена Фуат ҡыҙы Ултыраҡова, стела менән артүобъектты асыу тантанаһында.

Гөлдәр Ҡадаева.

Мин яратам Йәнтешемде!
Мин яратам Йәнтешемде!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас