Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Август , 14:10

Ғибәҙәтхана төҙөткән

Йылайыр районынан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр төрлө ергә таралған. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Кем бәләкәй Ватанына ярҙам итергә теләй, улар өсөн «Атайсал» проекты булдырылған. Был проект ярҙамында яҡташтарыбыҙ ауылына файҙалы эштәр эшләй.Тыуған ауылына битараф булмағандар арҡаһында бәләкәй ауылдар йәшәп килә, яңы һулыш ала.

Ғибәҙәтхана төҙөткән
Ғибәҙәтхана төҙөткән
«Атайсал» проекты ярҙамға килә

Районды иң бәләкәй тораҡ пункттарының береһе һаналған Новопокровск утарында йәшәгән Геннадий Юрьевич Козлов тураһында булыр һүҙебеҙ.
Быйыл ул утарында бәләкәй сиркәү, дөрөҫөрәге ғибәҙәтхана төҙөп ултыртты. Ыҡсым ғына итеп эшләнгән был йорт юлаусыларҙы үҙенә әллә ҡайҙан саҡырып ултыра. Бөгөн уның эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
– Часовня төҙөү – бәләкәй Тыуған ереңә ярҙам итеү ул. Был эш «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыуҙың сағыу миҫалы. Ауылдаштарыбыҙға ярҙам иткән төрлө ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан кешеләр арҡаһында йәшәгән еребеҙ үҙгәрә, уларҙа тормош уңайлыраҡ була бара. Яҡташтарыбыҙҙың тыуған илен онотмауына һәм уны төҙөкләндереүгә өлөш индереүенә сикһеҙ шатмын, – тип белдерә район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.
 
Автор:
Читайте нас: