Сараға йыйылған яҡташтарҙы тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Хәйбулланың бөгөнгө йәшәйеше менән таныштырҙы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Рәүеф улы Әхмәтвәлиев был осрашыуҙың уғата әһәмиәтле икәнлеген билдәләне, райондан сыҡҡан шәхестәрҙең йәмғиәтебеҙҙең һәр даирәһендә уңышлы эшләүе, һөнәри һәләте, ижади таланты, уңғанлығы менән хөрмәт һәм ихтирам яулауын белдерҙе. Ул хәйбуллаларға республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен еткерҙе, етәксенең төбәк үҫеше менән даими ҡыҙыҡһыныуын, яңы проекттарға һәр саҡ ыңғай ҡарауын, бының урындағы халыҡ өсөн "яҡшы билдә" икәнлеген әйтте. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сараның юғары тиҙлек заманында яҡындар, яҡташтар менән күҙгә-күҙ осрашып, ихлас аралашыу мөмкинлеген биреүен билдәләне һәм уны ошо форматта йышыраҡ үткәреү кәрәклеген әйтте. Күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев барыһын да әле генә мейестән сыҡҡан ижад өлгөһө менән ҡыуандырҙы.
Фойела райондан килгән эшҡыуарҙарҙың һәм халыҡ кәсебе оҫталарының әйберҙәренән торған иҫ киткес күркәм, бай күргәҙмәләр ойошторолғайны. Улар тыуған ерҙәрендә етештерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте, һатып алды.Халыҡ унда тыуған яҡтың татлы ризыҡтарынан башлап халыҡ оҫталарының уникаль әйберҙәренә тиклем һатып ала алды. Сара Хәйбулла таланттары ойошторған шәп концерт менән тамамланды. Сәхнәлә район сәнғәт әһелдәре менән бергә Өфөләге яҡташтарбыҙ Рәдиф Бохарбаев, Илмир Ҡоҙабаев, Йәмил Баймырҙин, Хөрмәтулла Үтәшев, Фәнис Рәхмәтов, Морат Рафиҡов һәм Айҙар Шәмсетдиновтар сығыш яһаны. Күптән күрмәгән яҡташтарҙы йыйыусы байрамдан һәр кем күңел күтәренкелеге алып рухланып таралды.