АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Май 2023, 20:00

Яҡташтар ярҙам итергә әҙер

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев баш ҡалала үткән яҡташтар форумында ҡатнаша. Ул Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы сиктәрендә булдырылған Өфөлә йәшәүсе сибайҙар ассоциацияһы ағзалары менән осрашты. Билдәле яҡташтар ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индерергә әҙер.

Баҡтиһәң, баш ҡалала республиканың һәр район һәм ҡалаһының “Яҡташтар” берлеге бар икән. Сибайҙарҙың ғына быға ҡәҙәр ундай берекмәһе булмаған. Әммә ошо көндәрҙә был хәл төҙәтелде: Сибай ҡалаһының элекке мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Аҡназарова берекмәгә тупланыу кәрәклеген белгертеп социаль селтәргә хәбәр һалыуы булды Өфөлә йәшәгән сибайҙар бер урынға йыйылып үҙ Ассоциацияһын ойоштороп та ҡуйҙы.

- Берекмә эшмәкәрлегенең файҙалы булырына шик юҡ. Яҡташтар берлеген булдырыу тыуған яҡ үҫеше өсөн файҙалы ғәмәл ҡылыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеү, төрлө саралар уҙғарыу өсөн бик кәрәк,--тип аңлатты Гөлназ Вәкил ҡыҙы.

Уның һүҙҙәрен 21-се дауахананың баш табибы Ринат Нагаев (Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы булды), Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәйруллин (элекке Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары), Семен Чернов (Сибай ҡала хакимиәте башлығы һәм Сибай институты директоры урынбаҫары булып эшләне), Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының йәмәғәт менән бәйләнеш бүлегенең әйҙәүсе советнигы Ирина Корепанова (Сибай ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеген етәкләне) һәм башҡалар хупланы.

Беренсе йыйылышта Сибай яҡташтары берлегенең рәйесе итеп Аэлита Сәлихҡолова һайланды. Ул әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһы буйынса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге директоры. Сибайҙар уны ҡаланың социаль тәьминәт өлкәһендә эшләүен яҡшы хәтерләй.

-Ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең ярҙам менән берекмә тормошон төрләндерергә тырышырмын. Берҙәмлектә--көс,--тине яңы һайланған рәйес.

Тап Аэлита Рафиҡ ҡыҙы Баймаҡта уҙасаҡ яҡташтар форумында ҡатнашып, Өфөлә йәшәүсе сибайҙарҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡ.

Йыйылышта ҡатнашыусылар шулай уҡ Бәйләнештә социаль селтәрендә берекмә битен булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Унда һәр теләгән кеше ҡушыла ала. Ассоциация эшмәкәрлеген йәштәр, эшҡыуарлыҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм башҡа йүнәлештәрҙә алып барасаҡ.

-Яҡташтарҙан тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ,--тине осрашыу һуңында Гөлназ Вәкил ҡыҙы.

Гөлнәзирә Ишбирҙина, “Рәсәй гәзите”нең Өфө филиалы мөхәррире.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА