Һәр халыҡтың милли кейеме – ул башҡаларҙан айырылып торған, оҙайлы тарихи үҫеш, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоҡто сағылдырыусы үҙенсәлекле элемент. Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге биләмәһендә милли кйем көнө уңайынан ойошторолған флешмобта ла милли кейемдәрҙең төрлөлөгән күҙҙәр ҡамашты.
Сараның программаһы бик сағыу һәм күләмле булды. Ҡаланың һәр уҡыу йорто рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә йәшәүсе халыҡтарҙың да милли кейемдәре өлгөләрен күрһәтте. Кейемдән тыш, шул халыҡтарҙың бейеү һәм йырҙары аша мәҙәниәтен дә сағылдырҙы.
Милли кейем көнө уҙғарыуҙың төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү. Сибайҙар был маҡсатҡа өлгәште һәм бер ҙур әйләнәгә ҡушылып “Дуҫлыҡ бейеүен” башҡарҙы.