АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Апрель 2023, 14:35

Ил һаҡсыларына арналды

Сибай сәнғәт колледжында Рәсәй хәрби көстәре сафына яҙғы саҡырылышта әрмегә алынасаҡ егеттәргә арналған сара уҙҙы. Буласаҡ ил һаҡсыларына һәр кем изге теләктәрен еткерҙе, Ватаны алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәргә саҡырҙы.

Рәсәй хәрби көстәренә яҙғы саҡырылыш 1 апрелдә башланды һәм ул 2023 йылдың 15 июленә ҡәҙәр дауам итә. Был осорҙа быға ҡәҙәр әрме сафына алынмаған 18 йәштән алып 27 йәшкәсә ир-егеттәр хәрби хеҙмәткә алына. Яҙғы саҡырылышта Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариатынан 156 егет ватаны алдындағы бурысын үтәүгә оҙатылырға тейеш. Шуларҙың 92-һе Сибайҙан саҡырылһа, ҡалғандары Хәйбулланан барасаҡ. Һалдатҡа оҙатыу көндәре билдәле.

Хәрби комиссариатта контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу эше лә киң йәйелдерелгән. Был хеҙмәт Рәсәй Хәрби көстәрендә ирекле рәүештә атҡарыла. Контракт буйынса хеҙмәт иткәндәргә эш хаҡы түләнә, тулы социаль пакет менән тәьмин ителә, төрлө ташламалар, аҡсала компенсация һәм дәртләндереү саралары ҡаралған.

Буласаҡ һалдаттарҙы Сибай ҡалаһының ветерандар советы рәйесе Рәшит Иҙрисов, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров тәбрикләне. Ул ил алдындағы бурысты һәр ир-егет үтәргә тейеш тип белдерҙе. Тыуған илде яратырға, һаҡларға, илһөйәр булырға, бер ниндәй ҡаршылыҡтар алдында ла ҡаушап ҡалмаҫҡа өндәне.

Буласаҡ һалдаттарға Сибай сәнғәт колледжы студенттары матур концерт ҡуйҙы. Сарала яңғыраған патриотик йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәр кемгә рух күтәренкелеге, дәрт өҫтәне.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА