Сарала Сибай институты, педагогия колледжы студенттары Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Хәйҙәр Тапаҡов, Рәсимә Айсыуаҡова, Рузидә Үтәшева, драматург Әминә Яхина менән осрашты. Оло быуын вәкилдәре менән йәштәр ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙо. Хеҙмәттәрендә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусылар, яҙыусылар тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Буласаҡ уҡытыусыларҙы тыуған ерҙе, халҡыңды, эшеңде яратырға өндәне. Йәштәр иһә уларҙың биографияһына, ижадына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
Уҡытыусылар, яҙыусылар остаздарын телгә алды, тыуған яҡтары үҫеше өсөн ҡылған изге ғәмәлдәрен барланы. Ҡыҙҙар-егетәр иһә сарала ҡатнашыусыларға үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Педагогия колледжының егеттәре нәфис һүҙ һөйләүгә, шиғыр ятлауға әүәҫлеген иҫбатланы. Кисәлә ҡатнашыусы әҙиптәргә милләтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөнн ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Альбина Ярмуллина Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.