ӘЙТСЕ, ҠУРАЙ...
"Әйтсе,Ҡурай..." исемле тамашабыҙ алдынан ойошторған әңгәмәмде тағы бер тапҡыр тәҡдим итәм...
Сибай концерт-театр берекмәһенең ижади эштәр буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, концерттың режиссеры Рәмил Париж улы Туйсин менән һөйләшәбеҙ:
—Сибай филармонияһы электән үҙенең рухлы ҡурайсылары менән дан тота ...Әйткәндәй, ҡурай тигәс тә шундай егеттәрсә тамаша күҙ алдына килеп баҫа ла инде...
—Төп ролдә ҡурай сәнғәте менән халыҡты бәйләүсе, әлбиттә, Ҡурайсыбыҙ булыр. Айнур Әминев—зиһенле, рухлы, тырыш ҡурайсы. Ул шулай уҡ йыраусы ла...
Ҡурай – башҡорт халҡының ғорурлығы булһа, ҡурайсы – халҡыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең данын, абруйын арттырыусы. Ҡурай -ул бөйөк музыка ҡоралы: уның нигеҙендә шул уҡ йыраусылыҡ, сәсәнлек, халҡыбыҙҙың бай тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге лә ята. Үҙенсәлекле талантлы ҡурайсы булғанда ғына сағыу, йөкмәткеле тамаша эшләп буласаҡ.
—Тамашаның ҡиммәте нимәлә?
—Программала милли ҡоралыбыҙ төп урында. Уның милли сәнғәтебеҙҙәге мөмкинлектәре, халҡыбыҙ яҙмышындағы роле әйтеп бөтөрһөгөҙ. Был концерт Айнур Әминевтыҡы ғына булмаҫ, әммә уның кеүек шәп ҡурайсы аша ҡурайҙың бар булмышын күрһәтеп, ошо концертыбыҙ Бөйөк Ҡурайға мәҙхиә йырлаусы тамаша булыр, иншаллаһ ...
ӘЙТКӘНДӘЙ
Сибай концерт- театр берекмәһе " Әйтсе, Ҡурай..."программаһы (режиссеры-Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин) менән Башҡортостан республикаһы буйлап гастролгә сыға:
17 апрель — Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы
18 апрель — Өфө ҡалаһы
19 апрель — Архангель районы , Архангель ауылы
20 апрель — Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ЗЕМФИРА ҒИРФАНОВА.