АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Апрель 2023, 19:15

МИН ТОРМОШТО ЯРАТАМ!

Сибай ҡалаһында үткән фестивалдә Межгорье, Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбулла райондарынан килгән конкурсанттар сығыш яһай.

МИН ТОРМОШТО ЯРАТАМ!
МИН ТОРМОШТО ЯРАТАМ!

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 2023 йылда «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале  Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арнала.

- Фестиваль «көмөш быуын» үҙешмәкәр артистары араһында иң популяр ваҡиғаларҙың береһе генә түгел, иң кәрәклеләре лә булып тора, тип ҡыйыу рәүештә раҫларға мөмкин, сөнки өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыуға, уларҙың социаль-әүҙем ролен күтәреүгә хеҙмәт итә. 2023 йылда яратып өлгөргән фестивалде тыуған төйәгебеҙ өсөн Файҙалы эштәр йылына бағышларға ҡарар ителде, -тигән ине үҙ сығышында Ленара Иванова.

Бөгөн Сибай ҡалаһының Балалар ижад йортонда муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәрендә зона буйынса үткән конкурста иң лайыҡлы тип һаналған сығыштар жюри хөкөмөнә тәҡдим ителә.

Сығыштарҙы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Кадирова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле балетмейстеры Риф Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фестиваль гала-концертының баш режиссеры Лилиә Иванова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Юлсурина баһалай.

Жюри ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина әйтеүенсә, фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған. Йыл һайын үткәс, халыҡ талаптары араһында ынйылар бөткәндер инде тип уйлайһың. Әммә хайран итеүҙәрен дауам итәләр. Йыл һайын яңы исемдәр, яңы таланттар аса "Мин яратам һине, тормош!"конкурсы.

Тормошто яратып йәшәгеҙ!

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Карима Усманова
Автор: