Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Апрель 2023, 16:30

КҮЛТАБАНДА — «ПАТРИОТ» ПАРКЫ

Республика Башлығы Баймаҡ районы Күлтабан ауылында булды. Бында «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркының филиалы асыласаҡ.

КҮЛТАБАНДА — «ПАТРИОТ» ПАРКЫ
КҮЛТАБАНДА — «ПАТРИОТ» ПАРКЫ

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең төбәккә эш сәфәре менән килде. Ул Баймаҡ районының Күлтабан ауылында мәҙәни-белем биреү үҙәгендә булды. Бында «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркының филиалын асыу күҙаллана.

 

Был хаљта БАШИНФОРМ хәбәр итә:

Республика етәксеһе мәҙәни-белем биреү үҙәгендә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны. Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Ирина Канайкина менән аралашҡанда Радий Хәбиров пациенттарҙың тар йүнәлешле белгестәргә яҙылыу барышы, рецептар һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары биреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

23 йыл эш тәжрибәһе булған фельдшер һүҙҙәренсә, халыҡтың яртыһы - телефон, яртыһы «Табипҡа яҙылыу» сайты аша яҙыла. Әлеге ваҡытта 20-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункттарында рецептар һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын яҙып биреү мөмкинлеге бар, хәҙер тағы 35 ФАП  (милли проекттарҙың бер йүнәлеше—ред.Атайсал) буйынса эш алып барыла.

Урындағы халыҡ менән аралашҡанда Радий Хәбиров уларҙың ауылында «Патриот» паркының филиалы асыласағы, ул ауыл өсөн үҫеш нөктәһенә әүереләсәге, өҫтәмә эш урындары хаҡында һөйләне.

«Республикала «Патриот» паркының бер нисә төбәк үҙәген ойошторорға теләйбеҙ. Өфөлә ул база. Урал аръяғы өсөн Күлтабанда асыла, унда матди база әҙер. Беҙгә көнбайышта, төньяҡта һәм үҙәктә кәрәк. Бында, Күлтабанда, бина һәйбәт торошта, әлбиттә, уны ремонтлау, реконструкциялау талап ителә. Әммә аҡса табырбыҙ һәм 2024 йылдың 1 ғинуарында бында «Патриот» паркының филиалын асырға тейешбеҙ», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-11/filial-parka-patriot-v-derevne-kultaban-baymakskogo-rayona-otkroetsya-v-yanvare-2023-goda-3215315

Автор:Резеда Валиева