Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Апрель 2023, 15:40

ИЗГЕ АЙҘА—ИЗГЕ ҒӘМӘЛ

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы халҡы изге Рамаҙан айында изге эш башҡарҙы...

ИЗГЕ АЙҘА—ИЗГЕ ҒӘМӘЛ
ИЗГЕ АЙҘА—ИЗГЕ ҒӘМӘЛ

Мәсеттәрҙе төҙөү, ҡарау - һәр мосолмандың бурысы. Күңелендә иман булған, Аллаһ Тәғәлә йорто булһын тип теләүсе изге кешеләрҙең һәр ҡайһыһы ниндәй булһа ла (ҙурмы, бәләкәсме) ярҙам күрһәтә ала. Был донъяла файҙалы һәм дауамлы эш ҡалдырыу - ул мәсет төҙөлөшөндә үҙ ярҙамыңды күрһәтеү. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: “Кем Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн мәсет төҙөһә, Аллаһ Тәғәлә уға ожмахта шундай өй төҙөр” (Бухари, Муслим).
Быйыл республикабыҙ башлығы Радий Хабиров иғлан иткән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында, Күгиҙелдәр бер фекергә килеп, изге йортто-мәсетебеҙҙе ремонтларға тип ҡарар итте. Ауылдаштар, ҡырҙа йәшәгән күгиҙелдәр дәррәү генә аҡса йыйҙы (аҡса йыйыу әле лә дауам итә).
Ауылыбыҙҙың хөрмәтле имамы- Ғәли Ғилмитдин улы мәрхүм үҙе бар саҡта ҡыйығын алыштырыуға тип шифер һәм аҡса әҙерләгән ине. Шиферҙы профнастилга алыштырып, ҡалдырған аҡсаға төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алып, бөгөнгө көн был эш башланып та китте, аллаға шөкөр. Ҡыйығын алыштырыу өсөн иҫкеһе һүтеп алынды. Кәрәкле төҙөлөш материалдары ла йүнләнде.
Күл тамсынан йыйыла... Мәсет тә тиҙерәк ҡалҡып, үҙ вазифаһын үтәһен, кешегә әхлаҡ вә тәрбиә, ғилем килтерһен өсөн, ғибәҙәттәрҙе, байрамдарыбыҙҙы матур йортта үткәрер өсөн һәр ихлас кешенән ниндәй булһа ла ярҙам өмөт итәбеҙ. Ир-егеттәрҙең әүҙем, эшсән булыуҙары был эштәрҙе еңел атҡарып барып сығырға насип итер, аллаһ бойорһа. Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла бөгөнгө башланып торған ҙур өмәнән ситтә ҡалғыһы килмәне. Йылы аштары, эҫе сәйҙәре, тәмле аҙыҡтары менән өмәсе ир-егеттәрҙе ашаттылар. Һәм алдағы көндәрҙә лә ошо эште дауам итергә һөйләштеләр.
Әгәр беҙ мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ икән, уның сауаптары беҙ был донъяларҙан киткәс тә килеп торор, иншаллаһ.

 

ӘЛИӘ ДАУЫТБАЕВА, КИТАПХАНАСЫ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: