Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Март 2023, 10:00

УҠЫТЫУСЫНЫҢ ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Башҡортостандың мәғариф алдынғы Д.Ғ.Мырҙағәлин иҫтәлегенә шашка ярышы үтте. Уҡытыусының балалары бағыусы булараҡ, еңеүселәргә бүләк өләште...

УҠЫТЫУСЫНЫҢ ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ
УҠЫТЫУСЫНЫҢ ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ

Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм Остаз йылы сиктәрендә Баймаҡ районы Мерәҫ ауыл китапханаһында хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 45 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусы Мырҙағәлин Дамир Ғилмитдин улының яҡты иҫтәлегенә арналған шашка ярышы булып үтте.
Уйынды башларҙан алда, ауылыбыҙҙың имам- хатибы Фазлиахметов Дәрүәрт Мәхийән улы мәрхүмдең рухына аят бағышлап, уйынсыларға уңыштар, изге теләктәрен еткерҙе. Мәғариф ветераны Килдийәрова Мәрйәм Ибраһим ҡыҙы, хеҙмәт ветераны Байрамғолов Рафаэль Бәҙретдин улы, Мерәҫ башланғыс кластар мәктәбе етәксеһе Нәҙербаева Ҡәмәриә Арслан ҡыҙы бик яҡты, матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Дамир Ғилмитдин улының тәүҙә Бәхтигәрәй башланғыс мәктәбен, һуңғараҡ Мерәҫ һигеҙ йыллыҡ, аҙаҡ Мерәҫ ун йыллыҡ мәктәптәрен, ятаҡҡа төкөтмә, Граф күле буйында уҡыусыларға ял һәм хеҙмәт лагерын, уҡытыусыларға фатир төҙөтөүгә күп көс һалыуын, фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап киттеләр. Иң кескәй улы, атай йорто нигеҙен һаҡлаусы Илшат Дамир улы атаһының яҡты иҫтәлегенә үткәрелгән ярышҡа килеүсе ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Уйын барышын судьялар: Йәнтүрин Заһир Нотфулла улы, Хәлитов Рәмзил һәм Йәнтүрин Динар баһаланы.
Өс төркөмдә лә уйын көсөргәнешле, ҡыҙыу барҙы. Иң өлкән уйынсыға 74 йәш булһа, ә иң кескәй уйынсыға ни бары 5 йәш кенә. Ниһайәт, еңеүселәр асыҡланды.
Кескәйҙәр араһында:
1-се урын - Йәнтүрин Аслан,
2-се урын - Хәлитов Абдур-рахман,
3- сө урын- Килдийәрова Зарина.


Уҡыусылар араһында:
1-се урын- Кәлимуллин Рамаҙан,
2-се урын- Наҙербаева Азалия,
3- сө урын- Вәлиев Ғайсар.


Өлкәндәр араһында:
1-се урын- Мөртәйләков Самат,
2-се урын- Заманова Алһыу,
3-сө урын- Ямантаев Өлфәт.


Афарин, еңеүселәр! Еңеүселәргә миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Әүҙем ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Был үткәрелгән сарала Дамир Ғилмитдин улының балалары спонсор булдылар. Гөлфинә Айҙар ҡыҙы йүгереп йөрөп, уйынсыларҙы, көйәрмәндәрҙе тәмле сәйҙәр менән һыйланы.
Ярыш һуңында булған ҡатнашыусылар, килгән көйәрмән ауылдаштар ҡәнәғәт булып, ҙур маҡтау һүҙҙәре әйтеп таралды. Киләһе йылдарҙа ла, традицияға индереп, был ярышты дауам итеүҙе һоранылар.


Рафиға Ғазина, китапханасы.

Автор:Резеда Валиева