АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
21 Октября 2022, 04:30

Радик Юлъяҡшин Ҡазанға яҡташтар янына барҙы

Билдәле йырсы Элвин Грей Башҡортостандың мобилизацияланған ир-егеттәре янына Ҡазанға барған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә яҡташтарҙың береһе яҙған.

— Ҡазандың уҡыу үҙәгендә яҡташыбыҙ Радикты күреү көтөлмәгән хәл булды! Фотоға төштөк, йырҙар йырланыҡ, – тип белдерҙе ир-егет.
Ул йырсының хәрбиҙәр менән бергә йырлаған видеояҙмаһын ҡуйған.
Ҡазандан тыш, Башҡортостандың мобилизацияланған ир-егеттәре Һарытау, Пенза, Вольск һәм Ялан ҡалаларында хәрби әҙерлек үтә.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас