

БӨГӨН СӘХНӘГӘ ЙӘНӘ "ҺАҒЫШТАРЫМ ТУЛЫ ҒАЗАПТАРЫМ" СЫҒА
"Ҡатын бәхетле булһа, уның өйөндә барыһы ла, хатта тараҡандар ҙа бәхетле була". Интернет киңлектәрендә ошондайыраҡ фекер уҡығайным бер заман. Ысынлап та, был шулай...
Ҡатын-ҡыҙҙы нескә зат тиһәләр ҙә, ул рухи яҡтан бик көслө. Үҙен бәхетле тоймаһа ла, тормошонан ҡәнәғәт булмаһа ла, балаһы хаҡына түҙә, хатта ғаилә ҡытыршылығында үҙен ғәйепле тойоп, яҙмышына күнеп тә ҡуя.
Бөгөн А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры "Һағыштарым тулы ғазаптарым..." (автор Ярослава Пулинович) мелодрамаһын тәҡдим итә. Уны сәхнә өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин тәржемә иткән.
Спектаклдең төп геройы - Эльза (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова). Баштан уҡ беҙ уның бер аҙна элек кенә тол ҡалыуын аңлайбыҙ. Ирен яңы ғына ерләгән 76 йәшлек ҡатындың теләге сәйер: каблуклы туфли алып кейгеһе килә!
Яйлап беҙ барыһын да аңлайбыҙ. Йәш сағынан бар егеттәрҙең хушын алып ғашиҡ иттергән һылыу, һомғол Эльза ошо көнгәсә ҡатын-ҡыҙ бәхете татымаған. Йәшләй генә мәсхәрәләнгән сибәр ҡыҙ бер ниндәй мөхәббәтһеҙ Борханға сыға, ҡыҙ таба. Ғүмер буйы туҡмалып йәшәй, бер йылы һүҙ ишетмәй, бер тапҡыр ҙа иренән бүләк алмай, бер мәл баҙарҙа помада һорағанда ла: "Һинең кеүек бисураға помада нимәгә?", - тигән һорау ғына ишетә.
Ҡыҙы Дилә хаҡына түҙеп йәшәгән Эльза инде Дилараға өләсәй генә түгел, бүләсәренә ҡарт өләсәй ҙә. Эйе, ире йорт һалған. Шул йорт та тол ҡалып, мәрхүм иренең фотоһына ла ҡарай алмаҫлыҡ хәлдә.
Ә бына күрше йортто һатып алып ҡаланан килгән 72 йәшлек иргә ғашиҡ булып, унан йылы һүҙҙәр ишетеп Эльза үҙен йәшәргәндәй тоя. Сәй артында һөйләшеп, ямғыр аҫтында шаярып, ҡыйыҡ башына менеп, шиғырҙар уҡып, шау раузаларҙан торған баҡса үҫтерергә теләгән ололарға ҡарап көнләшерлек! Ҡарт (Риф Сәйфуллин) Эльзаға өйләнешергә тәҡдим яһай. ЗАГС -ҡа барып яҙылыу теләген ишеткәс, Эльза бәхеттең етенсе күгенә менә. Матур күлдәк, каблуклы туфли кейәсәк! Ризалыҡ бирер алдынан әбей бабайҙан һорап ҡуя: "Ҡул күтәрмәҫһеңме? Минең менән һөйләшерһеңме? Һүҙ бир". Ысынлап та, тәүге иренән бары туҡмалып, бер туҡтауһыҙ кәмһетелеп, һөйләшмәй, теләктәрен иҫәпкә алмай йәшәүенән бүккән ул. Ә ҡартайған көнөндә осратҡан мөхәббәте менән бәхетле булырға теләй.
Эльза һуңлап килгән һөйөүенән шул тиклем бәхетле. Һөйгәне ҡалалағы фатирын һатып донъя буйлап сәйәхәт итергә лә саҡыра. Бына, бына, бар хыялдары тормошҡа ашыр кеүек.
Тик... Ауыл ғәйбәтселәре, әбей менән бабайҙың балалары бар хәленсә бәхетте юҡ итергә сәбәп эҙләй...
/Барыһын да яҙып тормайым. Спектаклде барып ҡарарһығыҙ./
Иламайынса ҡарап булмай шул. Сөнки спектаклдә ысынбарлыҡ сағыла. Бөгөн ирҙәренән туҡмалып, кәмеһетелеп, бер йылы һүҙгә зар - интизар булып йәшәүсе ҡатындар аҙмы ни? Ҡатын-ҡыҙ - өй таҙалаусы, кер йыуыусы, ашарға бешереүсе, бала ҡараусы ғына түгел. Уның да теләктәре, хыялдары бар. Уның да күңеле бар. Уны ишетә белергә, йылы һүҙ, иғтибар, наҙ менән дәртләндереп ебәрергә лә кәрәк. Сөнки ҡатҡан күңелдә һөйөү булмай.. Һөйөү юҡ ерҙә бәхет тә юҡ.
Бына шулайыраҡ аңланым мин был спектаклде. Эльзаның һуңлап килгән бәхете һөйөндөрә лә, әсендерә лә.
Һәр ваҡыттағыса Сибай артистарына - бишле! Афарин!