Бер алманы бишкә бүләйек...
Алма - бик үҙенсәлекле емеш. Алма тураһында һәр бала тыуа - тыуғандан әкиәттәр, легендалар, әйтемдәр, шиғырҙар тыңлап үҫә.
- Алма ағасы иң культуралы үҫемлек. Селекционерҙар алманың 10000 ашыу сортын сығарған.
Алманың тыуған ере хәҙерге Ҡаҙағстан биләгән ерҙә. Ҡаҙағстандағы Алма - Ата (алманың атаһы) ҡалаһының исеме лә ошо тарихҡа бәйләнгән. Был ҡалала алмаға һәйкәл дә ҡуйылған.
Археологтарҙың фаразы буйынса алманы беҙҙең эраға тиклем 7 - се быуатта уҡ үҫтергәндәр.
Алмағас сейә, слива, абрикос менән бер төркөмгә - раузалар төркөмөнә ҡарай.
Алманы сей килеш, бешереп, ҡайнатып, киптереп тә ҡулланалар.
Алма һыуҙа батмай, сөнки унда 20% һауа бар.
Ер йөҙөндәге һикһән илдең гербында алма һүрәте бар.
1974 йылда Японияла Секайичи тигән сортлы иң тәмле алма үҫтергәндәр. Был алма донъялағы иң ҡиммәт алма һанала, уның бер бөртөгө 21 $ доллар тора.
Донъялағы иң ҙур алманы 2005 йылда Япониянан Чисано Ивасаки исемле кеше үҫтергән. Уның ауырлығы 1,849 кг тартҡан.
Алма емешендә цианид тигән көслө ағыу бар.
🍎Һеҙҙең баҡсала алма уңдымы?
Фотолар һалығыҙ, комментарийҙар яҙығыҙ 👆