АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
31 Июль 2022, 11:50

Төп бүләк – баймаҡтарҙа!

Баймаҡ районының Граф күле буйында үткән "Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә ойошторолған «Оҙон бәйге» ат сабышында, 14 саҡрым аралыҡҡа сабыуҙа Баймаҡ районы вәкиле Алмас Шөғөров үҙенең Турысайында беренсе булып килде. Һәм еңде! Радий Хәбиров уға Кубок һәм "Лада Гранта" автомобиле асҡысы тапшырҙы.

Төп бүләк – баймаҡтарҙа!
Төп бүләк – баймаҡтарҙа!

Икенсе урында - Силәбе вәкиле. Ул 120 мең һумлыҡ аҡсалата призға лайыҡ булды. Өсөнсөлә - Баймаҡ районы сабышсыһы, 90 мең һум приз.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульдар Кадаева