Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Июль 2022, 22:00

Ҡайғы һәм һағыш ҡатыш булды байрам...

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылынан Әминә Мәһәҙиева менән Уйылдан ағайҙың юбилейҙарын билдәләне. Һуңлап ҡына ҡауышҡан ололарҙың береһенә -85, икенсеһенә 90 тулды.

Ҡайғы һәм һағыш ҡатыш булды байрам...
Ҡайғы һәм һағыш ҡатыш булды байрам...

Һаҡмар буйында ҡәйнәм – Әминә Мәһәҙиева менән Уйылдан ағайҙың юбилейҙарын үткәреп килдек. Береһенә -85, икенсеһенә 90 тулды.

Уйылдан ағай тиеүемә аптырамағыҙ, ауылдашым ул минең. Бәләкәйҙән шулай тип әйтеп өйрәнгәс, телемде үҙгәртә алманым.

Ҡәйнәмдең минең тыуған ауылыма "килен" булып төшөүенә лә 13 йылдан ашты. Аллаға шөкөр, бер-береһенә терәк булырға тырышып йәшәп ятыуҙары. Сибайҙа ҡышлайҙар, ауылда йәйләйҙәр. Әле балалар килеүгә тип ауылдағы өйҙәренең эсе-тышын буятҡандар, ҡойманы яңыртҡандар, усаҡлыҡтың иҙәнен алыштырғандар...

Шундай оло йәштә лә тормошто яратыу һәм йәшәү дәртеме был, әллә ишелеп килгән ҡайғыларҙы эш менән баҫырға тырышыумы?

Улар никахҡа ингәндә, ике яҡтан да 5-әр бала бар ине, туғанлашып бөткәйнек. Һуңғы өс йыл эсендә генә икәүһенә 5 баланы ерләргә тура килде. Ҡәйнәмдең Нияз менән Фаяз исемле улдары, Уйылдан ағайҙың Таһиры, Даяны һәм Яҙгөлө бер-бер артлы яҡты донъянан китте...

Рәшиҙә Мәһәҙиева.

Фото автор диуарынан.

Ҡайғы һәм һағыш ҡатыш булды байрам...
Ҡайғы һәм һағыш ҡатыш булды байрам...
Автор:Гульдар Кадаева