-5 °С
Болотло
Өфөләге тәбрикләү сараһына конкурс шарттары буйынса бәләкәй делегация ғына барһа, бөгөн беҙ Бәләкәй Арыҫланғол клубында бөтә ауыл халҡын ҡотланыҡ. Сөнки тап улар - яуланған еңеүҙең төп геройҙары, ауылдың бөгөнгөһө һәм киләсәге һәм районыбыҙҙың йөҙө. Вәзәмдәр артабан да ошо еңеүҙәренә лайыҡлы булып йәшәүҙәренә иманым камил.Тағы ла бер тапҡыр уларҙы ихлас ҡотлайым, еңеүҙең малы мәнфәғәтле, даны оҙон ғүмерле булһын!