Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Июнь 2022, 14:21

Ҡуласа. Хикәйә. (Дауамы бар.)

            – Атайымдың был нисәнсе ҡатыны ине әле?             – Бына быныһы инде, һин хисаптар һан түгел.     Иҫкәрмә йомшаҡ тауыш менән әйтелһә лә ярайһы уҡ уҫал һәм ҡәтғи яңғыраны. 

Ҡуласа. Хикәйә. (Дауамы бар.)
Ҡуласа. Хикәйә. (Дауамы бар.)

   Яңы ғына командировканан ҡайтып төшкән эшҡыуар Мәликә Мансуровна Иш-йәрованы көтмәгәндә кеҫә телефонына шылтыратып ҡала хакимиәтенә са­ҡ­ыр­ҙ­ы­­­лар. «Ололар көнө алдынан тағы ла байрам үткәреү өсөн аҡса һығырғалыр яйҙары…», тип екһенһә лә, бында көткән ҡырамалай ҡырҡ мәшәҡәтен ҡуйып барып әйләнергә итте. Ни ти­­­­­һ­әң дә урындағы етәкселек менән килешеп йәшәүгә ни етә, бөгөн ул ҡала хужа­һына кәрәк, иртә­гә үҙ­ен­ең дә йөҙ һыуын тү­геп шул йортҡа барыуы бик тә их­ти­мал.

    Юлда сағында, көндәлек эшендә һәр саҡ спорт стилендә кейенеп йөрөй; джинсы салбар, килешле кроссовкалар, еңел куртка, шулай ҡулай­лыраҡ. Ә хакимиәттең яҙылмаған үҙ ҡанундары, унда ни теләһәң шуны кейеп күренергә ярамай һәм ки­лешмәй. Шуға фатирына һуғылып өҫтөн алыштырырға булды. Юл ыңғайы ювелир ма­газинына инеп йөҙөнә семәрләп ҡим­мәтле таштар батырылған көмөш беләҙек, суп­ер­маркеттан оло пакет тултырып тәм-том алды, әммә гөлләмә һатып алыуҙы артыҡ иҫәпләне, сөнки бүләктәрҙе ҡабул итеүсегә бындай нескәлектең мөһим дә кәрәк тә түгел икәнлеген яҡшы белә. Ишекте асып инеү менән фа­­­тирҙы яңғыратып ҡысҡырҙы:

            – Рәсимә? - Был ваҡытта ҡыҙының институтта икәнлеген белә күрә һораны, йо­ҡлап ҡалып ҡуймаһын был, тип хафаланыуы. - Әсәй, һин ҡайҙа?

            – Рәсимә ни һинең артыңдан уҡ уҡыуына сығып һыҙҙы, иртәнге сәйен эсер-еп ебәр­ҙем. Миңә ҡалһа, һеҙҙән китеп ҡайҙа ғына барайым… - Бөксәңдәп, тыш та быш килеп зал яғын­ан һөй­лә­нә-һөйләнә килеп сыҡҡан ҡарсыҡ яҙып ябынған яу-лығын төҙ­әткеләп ҡаршыһына баҫты.

      Биреште һуңғы осорҙа Маһира ҡарсыҡ, күҙгә күренеп биреште, бөтөрөнөп китте. Ошо­ғаса тилбер йыбыр­лап йөрөп ятҡан, ауырлыҡһыҙ йорт мәшәҡәттәрен атҡарған тере­м­ек ҡа­рсыҡ­тың бы­лай ҙа йоҡа кәүҙәһе хәлһеҙләнеп бөгөлдө, төҫһөҙ күҙҙәренең нуры ҡай­тып күг­е­­л­й­ем­ләнгән күҙ соҡорҙарына һеңеште, бураҙналар сыбарлаған йөҙөнән ҡан әҫәре ҡа­с­ты. Атлағанда ла уң яҡ ҡабырға аҫтын услап йөрөүҙе ғәҙәт итте, ашау эсеүҙе лә онот­­то, көсләп саҡырмаһаң өҫтәл янына килмәй ҙә, һеҙ юҡта эсем һыртыма сыҡ­ҡан­сы ты­ғ­ындым, тип тә ялғанлай өҫтәүенә. Йәнә йыш ятаҡлай һуңғы осорҙа, оло йәш­тә икән­легенә һылтанып табиптарға күр­енеүҙән ҡырҡа баш тартһа ла, сәлә­мәт­лә­н­еү­­енә өмөтө һүрелмәгәндер күрәһең, үҙенсә дауаланып аҙаплана. Шу­­­лай ҙа за­р­ын, уф­та­ныуҙарын тышҡа сығармай, шәлкемләп бәйләп киптерелгән әр­ем, меңъяп­раҡты бе­р­гә ҡушып ҡа­йната ла, ҡуйы сәй төҫөнә ингән төнәтмәне бисмилла­һын әйт­еп сыт­ы­р­ай­м­ай ғына эсеп ҡуя, шунан ҡыуарған, шау һөйәккә ҡалған ҡул һырты ме­н­ән ир­енд­ә­рен һып­ырып, башҡарырҙай күренгән йорт мә­ш­­әҡәттәренә тотона ла китә. Йәл­ләй әс­ә­һ­ен, ауылдан ҡу­­­ҙғатып алып килеп, бында, ту­­­ғ­­ыҙынсы ҡатҡа бикләп ҡуй­ы­уына үк­е­нә лә биреп ҡуя, мәгәр етмешен тулты­р­ған ҡа­­­р­­сыҡты ауыл ерендә ҡалдырыу мөмкин бу­л­­маған эш. Йорт-ҡурамды туҙҙырғым килмәй, йәнә ҡош ҡо­­­­рт­ом­до, бе­сәй-этем­де ке­­­мдең ҡулына ҡара­тып ҡал­дырам, тип һуңғы көнөнә тик­л­ем бында күсеп килер­гә те­ләмәй ҡыртал­ашты. Ҡыш­ын-йәй­ен ҡа­ла менән ауыл араһын тапап, ҡу­р­салау-хә­с­тә­р­­ләүҙәрҙән арығ­ан Мәликә әсәһен һуңғы сиктә күндерҙе барыбер.. Хә­ҙ­ер йә­не тыныс, кө­ни­т­­меше теүәл: дүрт бүлмәле фа­тирҙа әсәһе, институттың һуңғы ку­рсын­да уҡып йөрөг­ән Рәсимә ҡыҙы бергәләп кө­ңгөр-ҡа­ңғыр йә­шәп ятҡан көндәре. Хә­лбү­ки, тор­мошон­оң бөтөнлөгө китек ба­р­ыбер, ҡыҙы Рәсимә би­шенсе класта уҡып йө­рөг­ән йы­лы тау ба­йыҡтырыу комбин­ат­­ында баш инженер ва­зифаһында эшләп йө­рөгән Зин­нуры ҡап­ыл ғына йөрәк сиренән үлеп китте. Шаң­ҡыны, аптыр­ан­ды, ҡай­ҙа барып бә­р­елергә бе­лмәне башта. Шу­н­ан иҫен йыйғас, хаҡи­миәттә юрист вази­фаһы­­нда эш­ләп йөрөгән ер­енән түңәрәк кенә кре­дит алып, алда торған ҡы­йын­лы­ҡ­тар­ҙан ҡур­ҡып то­рмай үҙе­нең шәхси эшен асып ебәрҙе. Хоҡуҡи өлкәләге белемен урын­лы ҡул­­ла­нып, сә­мләнеп, ны­ҡ­­­ышмал тот­онғайны кәсебе лә уңышлы ғына китте, матди хәле лә зар­ла­нырлыҡ тү­г­ел, уның ме­нән партнерлыҡ итергә теләүселәр ҙә бихисап, аҡса, тип тә йо­н­сомай, та­нып белгән ҡала етәк­се­ле­ге лә уға ихтирам менән һан­лап ҡарай.     

            – Әйҙә әле… - Сибек яурындан ҡармаған Мәликә Мансуровна әсәһен зал яғ­ы­на ыңғайлатты, сығып диванға ултырғас алдына бүләген һалды:

            – Ике көндән ололар көнө, һине мин, Рәсимә ейәнсәрең шул байрам менән ҡот­лайбыҙ. Ошо беләҙекте икебеҙ исеменән ҡабул ит, ошонан да ҡулай нәмә тап-ман­ым.

            – Ай, Аллам, расхутланмаһаңсы шул ҡәҙәре, күстәнәсе тағы нимәгә, һыуытҡыс тулы тәғәм… - Шулай һөйләнһә лә Маһира ҡарсыҡтың йөҙө яҡтырып китте, аҙыҡ-тү­лек тулы пакеттың эсенә ҡәнәғәт күҙ атты, ҡатын-ҡыҙ көйәҙләнеүе еңеп затлы бел­әҙекте тупайған ҡушҡар тапҡырына элде һәм ҡурайҙай беләген алға һоноп әй­лә­н­­­д­е­р­ге­ләне. Апаруҡ мауыҡты шулай, тәтәйенә ҡыуанған сабый, тиерһең.

            – Әсәй, һиңә бер ни ҙә йәл түгел, оҙаҡ йәшә, йәме, тағы сәләмәт бул!

            – Йә! - Ҡарсыҡтың йөҙөнән моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үтһә лә ҡәнәғәт кет­к­е­л­дәне.  - Эштәрең нисек бара һуң, балам, иртән сығып китеп кис ҡайта инең, бөгөн ни сәбәптәндер иртәләгәнһең.

            – Тәгәрәп кенә китеп бара, ай аҙағында, теге, ике йыл элек ябылған ит комби­н­а­тының бер яртыһында колбаса цехын асабыҙ, йыл аҙағына ҡәҙәр тағы ла бер база нигеҙендә һарыҡ йөнө, тиреләр ҡабул итеп эшкәртә башлаясаҡбыҙ. Уның өсөн дә ҡулайлы бина таптыҡ, шуны ремонтлап еб­әргәндә, эсенә кәрәкле ҡорамалдар ҡуя башларға ла мөмкин. Бинаға ҡағылышлы юридик документтарҙы ла әҙерләгәнбеҙ.

            – Ауыл шөғөлөн ҡыуалатаһың әләйгәс, ҡатын-ҡыҙға кейем-һалым, матурлыҡ са­лондары, сәс алдырыу урындарын асып, шуның мәшәҡәттәре менән шөғөл-ләнеү ҡу­лайлыраҡ түгелме?

            – Һуң мин бит ауыл балаһы, ер хәстәре йәнемә яҡын һәм ҡәҙерле. Алдағы план­да яҡын-тирә райондарҙың береһендә тирмән асыу, фермаларҙан һөт һатып алып май бешеү, ҡорот, эремсек етештереү уйы ла бар әле. Урындағы халыҡ­ҡа ҡулай, миңә отошло буласаҡ. Ир-егеттәр тотон­май, тип ҡул ҡаушырып ятайым­мы тағы? Тик бына һуңғы йылдарҙа ҡабатла­н­ып килгән ҡо­р­ол­оҡ ҡына бәкәлгә һуға: баҫыуҙарҙа уңыш, үлән кибеп бөткәс һөт кәмей. - Тороп ба­­ҫ­­ҡан Мәликә Мансуровна үҙ­енең бүлмәһенә йү­­н­әлде лә кейем шкафын ас­ып өҫтөн ал­ыштырырға керешеп китте, үҙе асыҡ ишек аша һөйләшеүен да­уам итте.  - Иртәләүемдең әтнә­кә­һе шунда, шылтырат­ып ҡала етәкселегенә саҡырҙы­лар, кәңәшмәлә ҡатнаш­ыу мо­т­лаҡ, тинеләр.

            – Улай икән… - тип һуҙҙы Маһира ҡарсыҡ, уны, өй кешеһен эш ығы-зығы-һы бөтөнләй борсомай, шуға әңгәмәне үҙ яйына ҡайырҙы. - Райондар ту­раһында баш­ла­ға­сың һорайым әле, йөрөгәнеңдә беҙҙең ауылға һуғылаһыңдыр ҙа?

            – Хәҙер янымда булғасың, йәнә унда яҡын туғандар ҡалмағас артыҡлап ҡайт­ҡы ла килмәй. Былай, булып киттем унда, ун-ун биш көн элек - Рәсми бараһы ур-ын­да­р­ға тәғәйен­ләнгән костюм-күлдәген кейеп, трюмо алдына баҫты ла бит-йөҙөн рәткә килтерҙе, шунан зал яғына муйынын һондо. - Нишләп ҡапыл ғына ауыл иҫеңә килеп төштө әле?

            – Һин онотһаң да Сабир бер ҙә генә лә иҫемдән сыҡмай, килен бул­ып төш-өп, ба­уыр баҫып йәшәгән ауылым, ни тиһәң дә. - Маһира ҡарсыҡҡа «ҡайт­ҡым ки-лмәй» һүҙ бәйләнеше оҡ­шаманы шикелле, әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сытырайҙы. - Нишләптер ауылға туҡтап китеүең хаҡ­ы­н­да һүҙ ҡуҙғатманың бер тапҡыр бул­һа ла, будты ул һиңә ят төйәк.

            – Әйтһәм, өй беренсә төшөп һәр береһен теүәлләп һораша башлаясаҡһың. Ә мин ау­ыл башлығы, теге Ҡара Гәрәйҙе күрҙем дә, йомошомдо йомошлау менән кире бор­ол­дом.

            – Ауылдан сығышлай беҙҙең өй яғына ла күҙ һалғанһыңдыр әле?

            – Һалмаған ҡайҙа. Бөткән. Ергә һеңешкән тауыҡ кетәгендәй генә нәмә ҡалған шу­нда.

            – Улай тимә, кендек киҫелгән йорт бейеклеге менән түгел, булмышты арбап үҙ­енә тартып, саҡырып тороуы менән ҡәҙерле. - Әсәһе гелән һүҙҙәрҙе һайлап, уға нин­дә­йҙер тәрән мәғәнә һалып һөйләргә ярата, зиһенең уяу икән аңла, төшөнмәһәң, уныһы инде һин­ең эш, йәнәһе. Шуларҙы әйтте лә берауыҡ тынып ҡалғас фе-керен йомғаҡланы - Һин генә түгел, ағайың, апай­ҙар­ыңдың йылыһы һе­ңгән уға.

            – Әсәй, һин ысын философ!

            – Уныһы кем була тағы?

            – Тәрән фекерле аҡыл эйәһе.

– Аҡыллымын тип әйтеүе үҙе үк ахмаҡлыҡ, әммә белем алыуға килгәндә йү­нле уҡыу эләкмәне шул беҙгә - миңә лә, атайыңа ла. Ҡайтышлай, беҙҙең ау­ыл­дан би­ре юл эсендә Ҡә­нзәфәр ауылы ята бит әле, ауыл осондағы йортҡа ла иғ­тибар ит­мәгәнһең­дер инде?

            – Ауылдағы һәр хужалыҡты ҡарап-теүәлләп йөрөй алмайым! Ташландыҡ өй ни­мәгә ул миңә?! - Кейенеп бөткән Мәликә залға сығып баҫ­ты. Яуап яр­айһы уҡ тупаҫ ишетелде.

      Күпте күргән әсәһе генә ҡылъяйманы:

            – Унда һинең атайың йәшәгәнлекте беләһең. Өйө яғына һуҡмаҡ бармы, уға ин­­­еп-сығал­а­рмы икән, тим.

            – Ҡараманым, күрмәнем, тим бит.

            –  Һе, сәйер холҡоң менән зерә лә аптыратаһың. - Яуап тағы оҡшаманы. Әсәһе һуҡ бармағы менән яҫы маңлайын ыуҙы. Үпкәләгәндә уның шу­л­айта торған ғәҙәте бар.

            – Ҡәнзәфәр ауылы аша үткәндә телефондан һөйләшә инем.

            – Телефундан, имеш, бына аҡланыр яуабын да тапты. - Әрепләшеүгә тарт-ым һөй­лә­ш­еүҙе дауам иткеһе килмәгәнгәлер һин дә мин һораны. - Атайыңдың һуңғы алған әб­ейе үткән йыл үлеп ҡалған, тип ишеткәйнем.

            – Әсәй, ҡалала туғыҙынсы ҡатта йәшәйем, тимәйһең, тирә-яҡтағы хәлдәрҙе бе­леп, белешеп ултырған көнөң.

            – Һуң белмәй тағы, яҙ көнө беҙҙең ҡаршы яҡ урамдағы Нурия килен килеп ки­т­кәйне бит хәлемде белергә, шул еткерҙе.

            – Атайымдың был нисәнсе ҡатыны ине әле?

            – Бына быныһы инде, һин хисаптар һан түгел.

    Иҫкәрмә йомшаҡ тауыш менән әйтелһә лә ярайһы уҡ уҫал һәм ҡәтғи яңғыраны. 

     Тамам кәйефе киткән Мәликә Мансуровна ишеккә йүнәлде, шулай ҙа мөмкин ти­к­­л­ем итәғәт­лек күрһәтеп әсәһенең байрам кәйефен һаҡларға тыр­ышты:

            – Әсәй, Рәсимә ҡайт­һа, әйт, табын хәстәрләһен, өсәүләп ултырып алырбыҙ. Ни тиһәң дә һи­нең йылына бер килгән байрамың, мине тегендә моғайын да оҙаҡ тот­маҫ­тар.

            - Имен-аман ғына йөрө балам, юлың уң булһын! – Маһира ҡарсыҡ көн һайын ҡабатлаған теләген теләп ҡалды.

 

Автор:Хайдар Тапаков