АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Апрель 2022, 16:20

Түңгәүер ырыуы ҡорон үткәрергә йыйына

Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша. Былтыр ул тыуған төйәгендә – Хәйбулла районының Таштуғай ауылында ҡоҙоҡто төҙөкләндереүҙә ярҙам иткән. Быйыл да ҙур пландары бар. Ошо хаҡта “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙҙы.

Түңгәүер ырыуы ҡорон үткәрергә йыйына
Түңгәүер ырыуы ҡорон үткәрергә йыйына

Артист белдереүенсә, Башҡортостанда һәм унан ситтә ауылдан сыҡҡан уңышлы кешеләр күп. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

"Хөрмәтле дуҫтар, мәғлүм булыуынса, теүәл бер йыл элек Радий Фәрит улының тәҡдиме менән Башҡортостанда “Атайсал” проекты эшләй башланы. Уның мәғәнәһе ябай ғына – һәр кем үҙ тыуған ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Проектҡа мин дә ҡушылырға булдым – тыуған ауылым Таштуғайҙа иҫке ҡоҙоҡто яңыртып, матур итеп көпләп ҡуйҙыҡ. Был эштә ауылдаштарым, туғандарым бик әүҙем ярҙам итте. Икенсе проект – Түңгәүер ырыуы ҡорон үткәреү, бының өсөн аҡса тупланым.

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ ҙә “Атайсал” проектына ҡушыла алаһығыҙ. Яҡташлыҡ көсөн арттырайыҡ, яҡташлыҡ рухын таратайыҡ!" – тип халыҡҡа мөрәжәғәт итте Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Фото Хөрмәтулла Үтәшевтең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән. 

Түңгәүер ырыуы ҡорон үткәрергә йыйына
Түңгәүер ырыуы ҡорон үткәрергә йыйына
Автор:Гульдар Кадаева