АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
25 Марта 2022, 09:17

Өй һалыуы ҡыйынмы ни, мүкләйһе лә, сутлайһы ...

Сибай ҡалаһы яҙыусылары рәйесе Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина, үҙәк китапхананың 2-се филиалы мөдире Нәзирә Фәйзрахман ҡыҙы Иҙелбаева, Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназароваларҙың ойошторған ижади кисәм ошоға дәлил булды ла . Ошо сараны ойоштороп , мине шул тиклем ҙурлап ҡыуандырып , ғорурлыҡ тойғоларын кисе

Өй һалыуы ҡыйынмы ни,
Мүкләйһе лә, сутлайһы ...
ололарҙан ишетеп , хәтеремдә һаҡланған бер боронғо таҡмаҡтан башланым һүҙемде . Нимәгәме ?..
Ҡулыма яңы ғына сыҡҡан, типография буяуының еҫе лә бөтмәгән йәнә бер китабымды алдым кисәге көн . "ЙОНДОҘ ЙЫЯМ БҮЛӘККӘ " исемле . "Бәәәй , 8 мартҡа ғына бер китап тарата инең , әллә һиндә китап бешерә торған мейес бармы ?" -- тип мәрәкәләй бер танышым .
"Китап сығарыу ни артыҡ мәшәҡәт эш тә түгел икән ул " тип мин дә шаяртып яуапланым . Түлкә эсенә яҙа торған һүҙең генә булһын тим .
Аллаға шөкөр , эсенә яҙылғанын яратып ҡабул итеүселәрем бихисап . Рәхмәт .
Сибай ҡалаһы яҙыусылары рәйесе Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина, үҙәк китапхананың 2-се филиалы мөдире Нәзирә Фәйзрахман ҡыҙы Иҙелбаева, Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназароваларҙың ойошторған ижади кисәм ошоға дәлил булды ла .
Ошо сараны ойоштороп , мине шул тиклем ҙурлап ҡыуандырып , ғорурлыҡ тойғоларын кисертеп , күңелемде күккәсә үҫтереп ҡайтарҙылар . Иңдәремдә ҡанат үҫкәндәй булды . Артабан ижад итер өсөн илһам , рух өҫтәнеләр .
Үҙемде яратып , ижадымды хөрмәт итеп , ҡанатландырғыс һүҙҙәре менән күтәрмәләгән бала сағым дуҫтары - класташ ҡыҙҙарыма ла рәхмәттең олоһо . Улар һәр саҡ минең ышаныслы таянысым .
Төйәләҫ ағинәйҙәренә , Сибайҙың аҫыл ҡатын - ҡыҙҙарын берләштергән "Күңел утрауы" тип исемләнгән төркөм ағинәйҙәренә . ҡырыҡ эшен ҡырыҡ яҡҡа ташлап килеп еткән ҡоҙасам Әлниса Рәхимйән ҡыҙына , беренсе уҡытыусым Ғәрифә Шәһәрғәзи ҡыҙына , ауылдан мине күтәрмәләп , ижадыма битараф булмаған Сания Рафаил ҡыҙына , Фәимә Мәжит ҡыҙына , хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәзимә Юныс ҡыҙҙарына ла ҙуур рәхмәт .
Уҡытыусым хаҡында айырым ғына йәнә бер кәлимә һүҙем . Нисә ҡуйыр икән тип һәр эшеңә баһа көтәһең бит инде мәктәптә уҡығанда . Мин әле лә үҙемдең әүҙем уҡыусым булған УҠЫТЫУСЫМДЫҢ һәр баһаһын көтөп алам , нисә ҡуйыр икән тим . Уның һүҙе минең өсөн иң ҙур баһа . Рәхмәт , Ғәрифә апай !
Йәнә нимәһе ҡыуаныслы - үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе яратҡан , ихтирам иткәндәрҙең күп булыуы . Тел ҡәҙерен белеүсе , баһалаусылар бар саҡта телебеҙ йәшәр , иншәалЛаһ !

 

 

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас