Атайсал
8 Марта 2022, 10:53

Әүҙем хәбәрсе

Гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе Клара Урыҫбаева Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Сығышы менән ул Йылайыр районының Һабыр ауылынан. Оҙаҡ йылдар Хәйбулла районының Урыҫбай ауылы мәктәбендә директор булып эшләгән. Мәғариф ветераны яҙышыуға маһир.

Беҙҙең “Атайсал” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә: йөкмәткеле мәҡәләләр яҙып төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, күңеле килгәндә шиғырҙар яҙа. Әле беҙ һеҙгә уның бер мәҡәләһен, бөйөк шағирҙар Шәйехзада Бабичҡа, Рәми Ғариповҡа арналған шиғырҙарын, балалар өсөн яҙған әкиәтен тәҡдим итәбеҙ.

 

 

Конкурсҡа

Мең михнәттәр күргән

Ауылдаш апай Кинйәбикә Ҡоҙашева ҡараштарын алыҫҡа төбәп, беҙгә үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләй...Беҙ ҡыҙы Гөлшат менән тын да алмай уны тыңлайбыҙ.

--Бар байлығым--әсәйем эшкәртеп, тегеп биргән киндер күлдәк һәм төҫһөҙ, бер аҙ һиҙерәгән шаҡмаҡ шәл. Был шәл көндөҙ башта булһа, кис ағас карауат-топчанда юрғанға әүерелә. Кәүҙәм дә бәләкәй генә булғас, шәлем аяғымдан башыма тиклем етә. Һабыр балалар йортонда үҫтем. Бүлмәләрҙә етемдәр унышарлап көн күрҙек.

Тәрбиәселәр Вәлимә Ҡоҙашева, Бибиниса, Хәнифә Ҡотоева, Ҡафия апайҙар иң яҡын кешеләребеҙгә әйләнде. Иртә менән килеп уяталар, йыуынғас, балалар йортонан алыҫ ҡына урынлашҡан ашханаға алып китәләр. Күбебеҙҙең аяҡтары яланғас, барып еткәнсе, бер-береһенә өйкәп, аяҡ табандарыбыҙҙы йылытып алған булабыҙ. Көнөнә бер тапҡыр ашаталар. Күберәген кесерткән ашы, йәки башҡа үлән ризығы. Ошо аш-һыуға ҡыуанып, күңел күтәрелеп, шаяра-шаяра ҡайтаһың. Мин генә түгел бит инде, унда йөҙләгән яланғас бала. Киндер күлдәктең берҙән-бер яҡшы яғы бар. Ҡысындыра башлаһа, күлдәк менән ҡуша тырнаһаң, ҡысыу ҡанып ҡала.

1934 йылда Йылайыр районы (элекке Матрай) Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡәрйән ауылында донъяға килгәнмен. Атайым Ғөбәйҙулла Солтанғужинды миңә 3 ай ғына булғанда Сара-Орск юлында ат йөгө менән иген орлоғо алып ҡайтып килгәндә, юлда үлтереп китәләр. Береһенән-береһе ваҡ ете бала менән әсәйем Вазифа тол ҡала.

Әсәйебеҙ бик булдыҡлы, егәрле ҡатын ине. Киндер эшкәрткәс станок әтмәләп алды. Бәләкәй генә булһам да әсәйемдең киндерҙе эш иткәнен хәтерләйем әле.

Киле, көрөҫ, талҡы тигән әйберҙәрҙең атамалары көн дә ҡабатланғас әле лә хәтеремдән сыҡмай. Колхоз эшенән бушаған арала әсәй һәр беребеҙгә һуҡыр шәм яҡтыһында киндер күлдәк, салбар, ыштандар ҡулдан тегер ине.

Иң өлкән 1924 йылғы Сәғитулла ағайымды 16-17 йәше тулыр тулмаҫтан Бөйөк Ватан һуғышына алдылар. Бер-ике генә хатын алып өлгөрҙөк, хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡара ҡағыҙы килде. Сәйфулла ағай баш өйәнәгенән, Зәйнулла ағайым аяғы, ҡулы быуындар һыҙлауынан бик иртә мәрхүм булып ҡуйҙы.

Игеҙ апайҙарымдың береһе Сәбихә тигәне, бала саҡта уҡ үлгән. Беҙ ике ҡыҙ бала Сәлихә апайым менән тороп ҡалдыҡ.

Әсәйебеҙ Вазифа түшенә шешек сығып үлеп ҡалғас, ике туған Сотанғужин Ғәлимйән ағайым 1943 йыл сентябрь айында апайым менән мине Һабыр балалар йортона тапшыра. Шул арҡала ғына тере ҡалғанбыҙҙыр. 1928 йылғы Хөснулла ағайым да Белорет ҡалаһында ФЗО ға эләгә.

Тормошҡа сығып бер балам булғас ҡына ошо берҙән-бер ағайым менән осраштыҡ. Ләкин һуңғы күрешеүебеҙҙә ошо булды. Ауырып үлеп ҡалды. Ғаиләһе менән дә бәйләнеш өҙөлдө.

Тырышып уҡып киттем. Ул ваҡытта ҡар күп була торғайны, мәктәпкә бара торған юл йылға аша үтә, буйым бәләкә булғанға микән ҡайһы бер апайҙар мине йөкмәп ала торғайны. Класташтарымдан Ҡаҙаҡҡолов Мазһар, Ҡаҙаҡбаев Әнүәр, Шәкирә, Шәһиҙә, ауылдашым Сәбихәләр хәтерҙә ҡалған. Бер мәл Өфөнән ярҙам килде. Америка кейемдәрен алып ҡайтып тараттылар. Ашау яғы ла арыулана төштө. Аяҡтарыбыҙға башы түңәрәк кенә итектәр бирҙеләр, йылы ине улар. Ҡолаҡсынлы кәпәс, тундар тараттылар. Тунға ятып өйгән саҡтар күп булды. Йәй утын әҙерләйбеҙ, баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ ҙә ҡыш ашайбыҙ. Шул йәшелсәләрҙең файҙаһы тейҙеме икән таҙарып, буйға үҫеп киттек.Тәрбиәсе апайҙар, уҡытыусылар әсәйҙәрсә ихлас инеләр. Малайҙар төркөмөндә Ҡотоева Ҡафия апай, Вәлимә апайҙар, ҡыҙҙарға Бибиниса, Шәһиҙә, Фәриҙә апайҙар төрлө уйындар ойоштороп, концерттар ҡуя инек. Мин бәләкәйҙән йырларға яраттым. Ҙурыраҡ апай-ағайҙарҙы Матрай районының Яманһаҙ ауылына йылҡы заводына ваҡытлыса эшкә алып киттеләр. Сәлихә апайым да шунда эләкте.

Йылдар үтә торҙо. Мин 7-се класты тамамланым. Юлдыбайға 7 кеше 8-9-се класҡа уҡырға киттек.

1949 йыл Һабыр балалар йорто ябылды. Уны Хәйбулла районы Михайловка ауылына күсерҙеләр. Юлдыбайҙа 9-сы класты бөткәс үҙебеҙҙең ауылға ҡайттым. Апайым Сәлихә, әсәйемдең ҡустыһы Рәхмәтулла ағайымдарҙа йәшәй ине, өй, йорт эштәрендә ярҙамсы булғандыр инде, сөнки үҙҙәренең балалары юҡ ине. Үткер ҙә булғанмын, үҫмер ҡыҙға кейем дә кәрәк, район үҙәгенә барып эш һораным. Китапхананан эш бирҙеләр, матур йырлауым да ярҙам иткәндер клубҡа мөдир итеп тә ҡуйҙылар. Тәүге эш хаҡын алған көнөм дә хәтерҙә. Баймаҡ баҙарына барып матур күлдәк, тағалы туфли һатып алдым. Китапхананан кеше өҙөлмәне. Ауылдаш егет Ҡоҙашев Әүхәҙейгә 1953 йылда кейәүгә сыҡтым. Ул да күмәк балалы ғаиләлән ине. Эшкә, тормош ктөтөүгә әүәҫ булып сыҡты. Йорт һалып индек, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Башҡа балабыҙ булманы. Аллға шөкөр Аллаһ Тәғәләгә мең рәхмәтлемен бер бөртөк ҡыҙым Гөлшаттың өйө түрендә ултырам. Ҡыҙым юғары белем алып, оҙаҡ йылдар Баймаҡ ҡалаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡты, хәҙер инде ейәндәр шатлығына ҡыуанып йәшәйем.

Бабайым менән 69 йыл бергә ғүмер иттек. 92 йәшендә үткән йыл ғына мәрхүм булды. Ауылда үҙ йортомда йәшәйем. Сәскәләр, гөлдәр үҫтерәм. Гәзит-китаптар уҡырға яратам, доғалар ҡабатлайым. Ҡыш сығырға ҡыҙыма Баймаҡҡа бына килдем, йәй ауылымды һағынып кире ҡайтам. Беҙ күргәнде берәү ҙә күрмәһен,--тип тамамланы һүҙен 88 йәшлек һуғыш осоро балаһы Кинйәбикә Ҡоҙашева.

Клара Урыҫбаева, мәғариф ветераны.

**

Ҡалдырып киттең бәхет йөҙлөгөн

 

Ғинуарҙың йылы бер таңында,

Мөхәмәтзәкир мулла йортонда.

Бәхет билдәһе—йөҙлөк менән тыуа,

Шәйехзада тигән ир бала.

 

Яҙмыш уға тәүге һулышынан

Яҡты тормош, бәхет юраны.

Юрағандар юш килгән. Бабич исемең

Ҡитғаларҙы бөгөн ураны.

 

Йөҙ йылға бер килә торған яҙмыш,

Балҡып янды, балҡып йәшәне.

Халҡым тиеп йәнен фиҙа ҡылды,

Көслө йәшен булып йәшнәне.

 

Замананың бик ҡатмарлы сағы,

Әҙәм башҡайҙары буталған.

Ирек яулап, хөрлөк даулап күтәрелгән

Аҫыл ирҙәр башы, төрмә-зиндандарҙа юғалған.

 

Ҡамау, ҡоршауҙарҙа ҡалғанда ла,

Бабич исеме булды таяныс.

Дошманыңа ҡаршы үтеп ҡорал булдың

Аҙ йәшәнең, шуныһы аяныс.

 

Халҡыбыҙҙың яҡты өмөттәрен,

Азатлыҡты һөйгән,

Ғорур тәбиғәтен,

Аҫыл шиғырҙарын һөйләне.

 

Аҙ йәшәнең, ләкин мәңгелеккә килдең,

Күктән йондоҙ булып атылдың.

Шиғырҙарың йәшәй йәш быуында,

Бабич – ҡаһарманы халҡымдың.

 

Алтын мираҫ беҙгә ҡалдырҙы

 

Шәйехзада Бабич һиңә—125

Бәлки, тарих һанды бутаған?

24 йәшлек егет етди һыны

Ҡарай беҙгә һәр бер китаптан.

 

Йәп-йәш Бабич, шулай ҡалдың мәңге

Ирек даулаусыһы халҡымдың.

Килер быуындарға маяҡ булдың,

Яҡты йондоҙ булып балҡының.

 

Һин йәшәгән дәүер бик ҡатмарлы ине,

Юл сатында аҙашманың, быҫҡып халҡым,

Ерем, тупрағым тип яндың ҡалманың,

Зирәк аҡыл, яҡты өмөн менән йәшәнең!

 

Азатлыҡты һөйҙө ғорур тәбиғәтең

Милләтеңде үлеп яраттың.

Үҙ йөҙөңдө, үҙ йәнеңде фиҙа ҡылып

Шиғырҙарың нурҙар таратты.

 

Яҡты донъяларҙа бик аҙ торҙоң,

Әммә бай бер мираҫ ҡалдырҙың.

Алтын һандыҡ мираҫ түгел беҙгә,

Алтын шиғырҙарың йәшәһен!

 

Йүрүҙәндең батыр ирҙәре

 

Яугир Салауат, шағир Рәми

Йүрүҙәндә тыуып үҫкәндәр.

Бәлки көслө рухы, тел, ил һөйөүе Салауаттың,

Рәми яҡташына күскәндер.

 

Күскәндер ул ерен-һыуын яратыуы,

Халҡын яратыуы, моңон, бай телен!

Гәрәбәләй генә Салауат шиғырҙары

Рәми шиғыры – ут, йыр бөркөп торған йөрәк ул!

 

Эйе, икеһе лә үҙ халҡына ҡалдырып китте,

Яҡты киләсәккә маяҡ – ут!

Салауат шиғырҙары беҙгә васыят булһа,

Рәми шиғырҙары – тере ҡуҙ!

 

Батырҙарға, шағир, йырсыларға

Башҡортостан булды йомарттан!

Салауат исеме телебеҙҙән төшмәй,

Рәми шиғырҙарын киләсәк быуын һөйләр яратып!

 

Йүрүҙән аға... Йүрүҙән ағыр мәңге,

Батыр тыуыр тағын бер ҡасан.

Батыр-батыр ғына түгел. Шағир булыр!

Телен, илен яҡлар уҙаман!

 

Әйтер һүҙең Рәми

 

Башҡорт ере, һыуы, азатлығы өсөн көрәшкән

Яҡташ Салауатты данланы.

Алып ҡайтыр ине Йүрүҙәнгә мөмкин булһа,

Быуаттарға Рәми һуңланың!

 

Сәсән Салауаттай илен, телен данлап

Бар ғүмерең йырға оҡшашлы.

Рәми ағай, һин үҙең дә ғәйәр егет инең,

Эйәрле ат ятҡан йөрәкле!

 

Ғәҙеллекте яҡлап, нахаҡ фашлап,

Әйткән һүҙең булды урынлы.

Күҙең үткер, күңелең һиҙгер ине,

Шиғырҙарың һөйләй уйыңды.

 

Сәсән телең, туған телде яҡлап,

Туйманы һис, арып талманы.

Шиғырҙарың йырға әйләнделәр,

“Туған теле”ң халҡым ҡалҡаны.

 

Илде, телде, ерҙе яҡлап һаҡҡа баҫтың,

Килер быуын һинең дауамың.

Шиғырҙарың халҡың күңелендә,

Һәр башҡортоң һөйләй яратып.

 

Һинең ише ирҙәр илгә яу килгәндә,

Дошман утын ҡаплай күкрәк—түш менән!

Ысын шағир – ике тыуа тиҙәр,

Йүрүҙән шаһит.Шиғырҙарың йәшәр, Рәми,

Мәңге аҡҡан ағым һыу һымаҡ.

Әйтер һүҙең аҡҡан һыуҙарҙа,

Әйтер һүҙең ғорур тауҙарҙа!

 

Алһыу зирәк

 

Әсәй һөйләгән әкиәттәге,

Алтын балыҡ бында икән.

Ағай менән ҡарап торҙоҡ

Байрамға килде микән?

 

Байрамына әсәйемдең

Ниндәй бүләк һорарға?

Әллә үҙен алып ҡайтып

Өйөбөҙгә ҡуйырға?

 

Бүләк булыр үҙенә лә

Әсәйгә лә – ҙур бүләк.

Атай, ағайҙар шатланыр

Әйтерҙәр беҙҙең Алһыу бик зирәк.

Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ һәм Туғыҙ-Туҡылдаҡ

Әкиәт.

Ҡасандыр Урал тауҙары итәгендә ике күрше йәшәгән ти. Бер күрше

бик ярлы тормошта көн иткән. Яңғыҙ тукал һыйыры, бер кәзәһе һәм

берҙән-бер улы булған. Егет бик егәрле, етмеш төрлө һөнәрле булып

үҫкән. Үҙенең бер балтаһы ла, һыңар көрәге генә булған. Етмәһә был

егет бик зирәк һәм отҡор ҙа икән. Бер бөртөк кенә улына әсәһе Яңғыҙ-

Яңғыҙаҡ тип исем ҡушҡан. Улы әсәһен, әсәһе - улын бик хөрмәт итеп

тынысғүмер иткәндәр.

Күршеһе, киреһенсә, бик бай йәшәгән. Бай иренән дә, атаһынан да

мул тормош ҡалған: ялан-ҡырҙарҙа йөрөгән мал-тыуарын һанап

бөтөрлөк түгел. Йылҡыларының һәм кәзәләренең хатта иҫәбен дә

белмәгән был ҡатын. Үҙенең бер түгел, 9 улы ла булған. Туғыҙы ла бер

буйлы, оҡшаш йөҙлө, һәм тағы ла улар гел генә эйәртенешеп бергә

йөрөр булғандар. Ни генә эшләмәһендәр, ҡайҙа ғына бармаһындар -

һәр саҡ бер-береһен һылтарға яратҡандар. Етер-етмәҫ эш эшләп,

береһенән-береһе аҡрыныраҡ ҡуҙғалып, һуңға торо әсәләренә имгәк

булып донъя көткәндәр. Етмәһә, үҙҙәре бик көнсөлдәр ҙә. Халыҡ әллә

көлөп, әллә туғыҙы ла ир бала булғанғамы быларға Туғыҙ-Туҡылдаҡ

тигән ҡушамат таҡҡан. Тора бара әсәләре ҡушҡан исемдәрен үҙҙәре лә

онотҡан, ти.

Шулай көндәрҙең береһеңдә Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ балтаһын алып

урманға киткән. Күп итеп ағас ҡырҡып, утын өйгән. Арбаһына ла тейәп

ҡуйған. Бәйләйем тиһә, бауын онотоп киткән икән. Алып киләйем, типөйөнә ҡайтып китә.

Был мәлдә Туғыҙ Туҡылдаҡ урманда еләк ашап йөрөгән булған.

Яңғыҙ-Яңғыҙаҡтың утын өйөлгән арбаһын күреп ҡалғандар. «Әйҙә

ҡыҙыҡ итәйек», - тип утынға ут төртөп ҡайтып та китәләр. Яңғыҙ-

Яңғыҙаҡ килһә, утын юҡ, урынында көл-күмер генә ятып ҡалған.

Ҡайғыра башлай. Бәхеткә юлына урыҫ утарында йәшәгән белеше осрай.

- Эй, башҡорт, ҡайғырма! Көлөңдө минең картуфлығыма алып

барыптүк тә, 1-2 тоҡ картуф тейәп ал, - ти икән.

Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ белеше Иван әйткәнсә эшләй ҙә инде. Әсәһе менән

икәүләшеп картуф бешереп ашарға ултыралар. Туғыҙ Туҡылдаҡ бынан

көлмәксе булып килеп инәләр.

- Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ! Көлөңдө сәйгә ҡушып эсеп ултыраһыңмы? - тип

көлә-көлә һорайҙар.

- Урманда минең утынға кемдер ут төртөп киткән. Эй, ҡыуандым.

Көлөн алып урыҫ ауылына юлландым. «Кем көлгә картуф алыштыра?» -

тип ҡыскырын йөрөй башланым. Урыҫтар һәр береһе берәр биҙрә

картуф биреп, көлөмдө талашып алып бөттөләр, - тип Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ

бошонмаған кеше булып яуап биргән.

Туғыҙ Туҡылдаҡ елкәләрен тырнай-тырнай ҡайтып киткәндәр.

Иренә-иренә теҙелешеп урманға юлланалар. Күп итеп утын өйөп, уға ут

төртәләр. Көлөн йыйып алып урыҫ ауылына юлланалар. Барып еткәс тә:

«Кем көлгә картуф алмаштыра?» - тип һөрәнләй ҙә башлайҙар.

- Был ахмаҡтар беҙҙе кем тип уйлай икән! - тип урыҫтар Туғыҙ

Туҡылдаҡты туҡмап, үҙҙәрен арбаларындағы көлгә күмеп, ҡайтарып

ебәргәндәр. Баштары ғына күренгән Туғыҙ Туҡылдаҡ ярһып ҡайтып

инәләр. Мыҫҡыл иткән өсөн Яңғыҙ-Яңғыҙаҡты үлтерергә ҡарар итәләр.

Өйҙәренә барып ингәндә егет өйҙә булмай сыға. Әсәһе яңғыҙ ғына

сәй эсеп ултыра икән. Оҙаҡ уйлап тормай әсәһен үлтерәләр ҙә ҡайтып

китәләр. Урмандан ҡайтҡан егет үле әсәһен күреп илай башлай. Унан

әсәһен балаҫҡа төрөп ерләргә юллана. Юлда уға бай сауҙагәр ҡарауаны

осрай.

- Нимә алып китеп бараһың егет? - тип һорайҙар унан.

Зирәк егет дөрөҫөн һөйләп тормаған:

- Ҡалаға китепбарамәле.

- Ә был төргәктәнимә? - тип ҡарауан башлығы ҡыҙыҡһынған.

- Минең кәләш йоҡлап ята. Кеше күҙенә күрһәткем килмәй. Уның

һылыулығын күреп кешеләр иҫтән яҙа ла ҡуя. Сит кеше күҙенә

күренмәһен, тип тоҡҡа һалдым. Уның тағы бер сәйер яғы бар. Ситкешене күреү менән үлгән ҡарсыҡҡа әйләнә лә ҡуя, - тип яуаплай зирәк

егет.

- Бер генә ҡарат инде. Ситтән генә ҡарармын, - тип ялынған

ҡарауанбашлығы.

- Ярар инде, һинең өсөн генә рөхсәт итәйем, - ти шуҡ егет.

Ҡарауан башлығы ҡарап та өлгөрмәгән, Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ илай ҙа

башлаған:

- Әйттем бит ярамай, тип. Бына үлгән ҡарсыҡҡа әйләнде.

Ҡарауан башлығыегетте бик йәлләгән.

- Минең ҡарауаңдан күпме теләйһең, шул сама мал алып ҡал, -

тигән йыуатыр өсөн. Унан ул юлын артабан дауам иткән.

Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ әсәһен тәрбиәләп ерләй. Маллы егеткә кәләш тә

табыла. Кәләше менән ҡайтып, сәй эсеп ултырһалар, теге Туғыҙ

Туҡылдаҡкилептә еткән икән.

- Был сама малды ҡайҙан алдың? - тип һорауҙар яуҙыра ла

башлайҙар.

- Урмандан ҡайтып инһәм, үлгән әсәй генә ҡаршы алды мине.

Ултырып иланым-иланым да, мәйетте алып ҡалаға сығып киттем. Унан

алда ғына батшаның үлгән ҡарсыҡҡа ҡыҙ алмашҡанын ишетеп

ҡалғайным. Ҡала урамынан үтеп барһам, батша ҡыҙҙары йүгереп килеп

сыҡтылар. "Күрһәт тә күрһәт тоғоңдо!" -- тиҙәр нимә ягҡанын белгеләре

килеп. "Юҡ, күрһәтһәм үлгән ҡарсыҡҡа әйләнә тоҡтағы әйберем", --

тигән булам. Еңмештәр тоҡто астылар. Илап ебәргән булдым. Шунан

улар ғәфү үтенеп, байлыҡ, мал биреп, өҫтәүенә араларынан бер ҡыҙҙы

кәләшлеккә оҙатып тороп ҡалдылар, -- тип Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ ысынлы-

бушлы хәбәрҙе һөйләп тороп ҡалған.

Көнләшеүҙән Туғыҙ-Туҡылдаҡ өйҙәренә йүгергәндәр. Яуызлыҡтары

саманан ашҡан был туғыҙ малай ҡарт әсәләрен үлтереп, мәйетен тоҡҡа

һалып, ҡалағасығып киттеләр.

- Кем үлгән ҡарсыҡҡа ҡыҙалмаша? - тип һөрәнләп йөрөйҙәр икән.

- Был ниндәй алйоттар? Ҡала халҡын аңғыраға һанайҙар былар, --

тип туҡмап-туҡмапҡайтарыпебәргәндәр.

Иртәгәһен үлтереп кенә ҡотолмаһаҡ, был Яңғыҙ-Яңғыҙаҡтан

ҡотолопбулмаҫ, типегеттең өйөнә юлланғандар.

Тоҡ эсенә ултыртҡандар ҙа бәйләгәндәр. Күл уртаһына батырырға

ҡолға, арҡан эҙләйҙәр, тик тапмайҙар. "Һин бар ҙа, һин бар", - тип

тартҡылашаторгас, туғыҙы ла эйәртенешеп ҡайтып киткән.

Тап шул мәлдә тағы ҡарауан үтеп бара икән. Туҡтап ҡараһалар, күлбуйында тоҡултыра. Ә уның эсендә кеше тауышы.

-- Һин ни эшләп тоҡ эсенә ултырып ҡысҡыраһың? -- тип һорайҙар

икән карауан кешеләре.

- Ҡуй инде, ҡалаға батша бул, тип көсләйҙәр. Мин риза түгелмен.

Шуға күлгә батырырға ҡолға эҙләп ҡайтып киттеләр, - тигән булған

отҡорегет.

Ҡарауанбашлығы:

- Ҡана егет сыға һал, үҙем ултырам! Ҡалаға батша булғым килә, -

тип инеп ултырған. Ҡарауан - ары, егет ҡайтып киткән.

Теге Туғыҙ-Тукылдаҡ тоҡто ҡолғаға элеп күлгә батырғандар ҙа,

Яңғыҙ-Яңғыҙаҡтың малын, кәләшен алайыҡ, тип егеттең өйөнә

йүгергәндәр.

Барып инһәләр, күҙҙәре маңлайына менгән. Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ кәләше

менән сәй эсеп ултыра, ти.

Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ тағы ла был аңра егеттәргә былай тип һөйләп биргән:

- Һеҙ киткәс, тоҡта ултырһам, күл эйәһе килеп сыҡты. "Әйҙә егет,

күл батшаһы бул! - ти был. - Күл төбөм тулы мал." "Юҡ, риза булып

булмаҫ, өйҙә йәш кәләш бар бит", - тигән булам. "Әйҙә, тоҡтан сыҡ! Йәш

кәләш миңә лә ярар!" - тип мине сығарып үҙе инеп ултырҙы. Һеҙ минең

урыныма уны күлгә батырғанһығыҙ, -тип көлгән ти.

- Беҙҙең дә күл батшаһы булғыбыҙ килә, -- тип ялбара башлағандар.

- Ул

- Улай булғас, бар туғыҙығыҙға ла тоҡ алып килегеҙ, -- тигән булған.

Тегеләр йүгереп ҡайтып тоҡ алып килгәндәр. Тоҡ эсенә төшөп, күл

буйында яр буйында сират көтә башлағандар. Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ һәр

береһен берәмләп кенә ҡолғаға бәйләп, күлгә батыра башлаған. Тоҡ

батҡан һайын "буғырр-буғырр" тип бата ти. Көтөп ултырғандары:

"Бөтәһе лә "тырр-тырр" тип мал-тыуар тота инде. Алда төшмәнем", --

тип түҙмәй ултыралар икән. Үҙҙәре: "Мине лә тиҙерәк батыр, мине

алдараҡтөшөр", - тип ҡыскыраларикән.

Шулай итеп, ҡомһоҙ, көнсөл Туғыҙ-Туҡылдаҡтан ҡотолған зирәк

Яңғыҙ-Яңғыҙаҡ.

Клара Урыҫбаева.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

 

Автор:гульдар кадаева
Читайте нас