Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Ғинуар 2022, 16:30

Социаль йүнәлешкә өҫтөнлөк бирелә

2021 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  «2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың планлы осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итте. 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тигеҙләнеште тәьмин итеү, граждандарға социаль ярҙам сараларын өҫтөнлөклө финанслау, милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә, иҡтисадты үҫеш юлына кире ҡайтарыуға йүнәлтелгән сараларҙы артабан тормошҡа ашырыу кәрәклегенән сығып төҙөлгән. 

Социаль йүнәлешкә өҫтөнлөк бирелә
Социаль йүнәлешкә өҫтөнлөк бирелә

Быйылғы йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем өлөшө 246,22 млрд. һум күләмендә планлаштырылған, сығымдар—267,66 млрд. һум, дефицит 21,45 млрд һум тәшкил итте. 2023 йылға килем күләме 244,31 млрд, сығымдар—252,67 млрд. һум, дефицит—8,37 млрд һум күләмендә фаразлана. Ә 2024 йылға килем—244,88 млрд. һум, сығым—248,42 млдр. һум һәм дефицит –3,54 млрд һум күләмендә планлаштырылған.

Республика ҡаҙнаһында медицинаға, мәғарифҡа, граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүгә байтаҡ аҡса һалынған. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында социаль өлкәнең яңы объекттарын төҙөү, ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса амбициялы пландар иҫәпкә алынған.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, республика бюджеты социаль йүнәлешле. “2022 йыл бюджетында аҡсалар йылдар буйы хәл ителмәгән көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә һалынды. Мәҫәлән, етем балаларға фатирҙар алыу, мәктәптәрҙең һаҡ аҫтында булыуын тәьмин итеү, Өфө һәм Стәрлетамаҡта тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын күҙәтеү буйынса өҫтәмә станциялар булдырыу һәм башҡалар. Бюджетта Республика адреслы инвестиция программаһы һәм юл фондын тормошҡа ашырыуға күләмле сумма һалынған. Дөйөм алғанда, бюджет баланслы”,--тине ул.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәре һәм сығымдары араһында айырма 2022 йылда - 21,4 миллиард һум күләмендә, 2023 йылда - 8,4 миллиард һум күләмендә, 2024 йылда 3,5 миллиард һум күләмендә күҙаллана.

Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона бюджеты дефицитының килеме, сығымы, финанслау сығанаҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Граждандар өсөн бюджет»та (Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтында: https://minfin.bashkortostan.ru/documents/other/394725/  урынлаштырылған ) танышырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы

 

Автор:Гульдар Кадаева