Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Ғинуар 2022, 14:45

Үҙәктең ишектәре асыҡ

Сибай ҡалаһындағы “Ғаилә” район-ара үҙәгенә ауыр тормош хәленә тарыған бик күп ғаиләләр мөрәжәғәт итә. Донъя булғас төрлө хәлдәр була, ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итәбеҙ.

Үҙәктең ишектәре асыҡ
Үҙәктең ишектәре асыҡ

Белгестәр үҙ эшенә яуаплы ҡарағынлыҡтан, киҫкен кеүек тойолған мәсьәләләр ыңғай хәл ителә, ҡаҡшаған тормоштар ипкә килә, мөнәсәбәттәр көйләнә. Күптән түгел ҡатыны вафат булған, өс ҡыҙ менән тол ҡалған ир килеп инде. Ҡыҙҙарының әсәйҙәре фажиғәле һәләк булған. Хәҙер ғаилә башлығы әсәй ролен дә үҙ иңенә алған. Шундуҡ психолог ярҙамы тәҡдим иттек, әммә ул баш тартты, ир кеше бит инде йәнәһе лә ярҙамға мохтаж түгел. Атай яйлап беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалды, ҡыҙҙарҙы үҙәктә үткән сараларға даими саҡырабыҙ. Ғаиләгә ауыр ваҡытта яҡындары менән мөнәсәббәтәрен көйләргә булышлыҡ иттек. Ҡыҙҙарҙың өләсәйҙәре, инәйҙәре әлеге ваҡытта ла беҙҙең менән тығыҙ бәйләнеш тота. Пособие юллауҙа ла ярҙам күрһәттек.

Тағы бер ауыр хәлгә юлығыусы ғаиләне социаль бағыу аҫтына алдыҡ. Ҡатындың өс балаһы бар, дүртенсегә ауырлы. Был тәңгәлдә ғаиләне юрист-консульт хоҡуҡи яҡтан ҡайғыртһа, матди тарафҡа бағыусы ярҙамы күрһәтелде. Элекке иренәнҡыҙҙарҙы бағыуға алиментты бик аҙ ала. Ошонан сығып, ирҙәргә мөрәжәғәт итәм: ғаилә ҡораһығыҙ, балағыҙ тыуа икән, улар өсөн яуаплы булыуығыҙҙы ла онотмағыҙ. Йөрәк аҫтында бала йөрөткән әсәне бар яҡлап хәстәрләнек, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип өмөтләндерҙек. Ул яйлап ипкә килде, үҙәктә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашты, өмөтө уянды, йәшәүгә ҡыҙыҡһыныуы артты. Ҡалалаштарға рәхмәт , бағыусылар ҙа ярҙамынан ташламаны. Беҙҙең үҙәк һәр төрлө ярҙамды ихлас ҡабул итә. Шулай итеп ҡыҙ бала тыуҙы. Хәҙер ғаилә пособие ала, алименттың суммаһы ла артты. Шау ҡыҙҙарҙан торған ғаилә менән эште дауам итәбеҙ. Тормоштарын көйләп ебәреүҙә булышлыҡ итеүебеҙгә ҡыуанабыҙ. Үҙәктең ишектәре һәр ваҡыт асыҡ, беҙгә теләгән ваҡытта килеп хәлегеҙ менән бүлешә алаһығыҙ. Тыңларбыҙ, ярҙам итербеҙ.

Ирина Юрина, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең ғаиләләр менән эшләү буйынса белегесе.

 

Автор:Гульдар Кадаева