АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Ғинуар 2022, 09:40

Ҡоҙоҡ тәртипкә килтерелде

Башҡортостанда Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Атайсал» проекты былтыр киң ҡолас алды. Был башланғыстың асылы - һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төбәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала.

Ҡоҙоҡ тәртипкә килтерелде
Ҡоҙоҡ тәртипкә килтерелде

"Атайсал" проектының инициаторы - билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев

 

Ошондай исем аҫтында махсус портал асылып, әле унда йөҙҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Хәйбулла районынан “Атайсал» порталында ике проект теркәлде. Уларҙың береһе район үҙәгендә “Һалдат һәйкәле” проекты булһа, икенсеһе –Таштуғай ауылында ҡоҙоҡто тәртипкә килтереү. Был проекттың инициаторы - билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Уның проекты район хакимиәте һәм урындағы халыҡ тарафынан хуплау табып, уңышлы ғәмәлгә ашырылды. Ремонт һәм төҙөкләндереү эштәренән һуң ҡоҙоҡ тирәһе күпкә йәмлерәк булып ҡалды. Ауыл биләмәһе хакимиәте киләсәктә был башланғысты дауам итергә, ҡоҙоҡ тирәһен кәртәләргә һәм ағастар ултыртырға ниәтләй.

Әткәндәй, был ҡоҙоҡ таҙалығы, сафлығы менән айырыла. Таштуғайҙар ауылда колонка ҡуйылғанға тиклем сәйгә шунан һыу ташый. Был һыуҙан сәйгүнгә бер ҡасан ла юшҡын ултырмай тиҙәр улар.

 

Сығанаҡ: Администрация Хайбуллинского района

Автор:Гульдар Кадаева