Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Декабрь 2021, 10:40

"Йылайыр осҡондары" сәхнәне балҡытты

Йылайыр йәштәре үҙҙәренең дәртлелеге, тырышлығы, ҡыйыулығы менән күптәргә өлгө күрһәтә. Ошо көндәрҙә улар Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сәхнәһен балҡытып ҡайтҡан. 

"Йылайыр осҡондары" сәхнәне балҡытты
"Йылайыр осҡондары" сәхнәне балҡытты

Башҡорт телен һаҡлау, уҡыусыларҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, йыр- бейеүгә һәләттәрен үҫтереү маҡсатында 29 ноябрь Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Башҡорт КВН юниор-лигаһы уҙгарылды. Был сарала Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының "Йылайыр осҡандары" командаһы ҡатнашты. Беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә сығыузарына ҡарамаҫтан, бер ҙә юғалып ҡалманы беҙҙең уҡыусылар! Артабан да барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын теләйбеҙ! Афарин "Йылайыр осҡондары"!

Район мәғариф бүлеге сәхифәһенән

Автор:Альфира Узянбаева