АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Декабрь 2021, 11:27

Ҡыш бабай урынына омикрон килеп ҡуймаһын

Коронавирустың яңы штамы – омикрон әлеге ваҡытта  Испания, Австрия, Японияла ныҡ тарала. Шулай уҡ Германияла, Канадала, Италияла, Ҡытайҙа ла уның менән ауырыусылар бар. Рәсәйгә әлегә был штаам инмәгән, тип билдәләнелә.  Шулай ҙа...

Ҡыш бабай урынына омикрон килеп ҡуймаһын
Ҡыш бабай урынына омикрон килеп ҡуймаһын

Коронавирустың яңы штамы – омикрон әлеге ваҡытта  Испания, Австрия, Японияла ныҡ тарала. Шулай уҡ Германияла, Канадала, Италияла, Ҡытайҙа ла уның менән ауырыусылар бар. Рәсәйгә әлегә был штамм инмәгән, тип билдәләнелә.  Шулай ҙа хәҙер ПЦР-тестар 72 сәғәт урынына 48 сәғәт кенә ғәмәлдә була. Роспотребнадзор башлығы Анна Попова һүҙҙәренсә, был яңы омикрон-штамдың үҙенсәлектәре менән бәйле. Рәсәй белгестәре әлегә илдә яңы штамды йоҡтороу осраҡтарын теркәлмәүен билдәләһә лә, Роспотребнадзорҙа омикрон-штамды асыҡлау өсөн махсус тест әҙерләгәндәр. Коронавирустың яңы штамы табылған илдәрҙән ҡайтҡан граждандар 14 көн карантинда ултырырға тейеш. Билдәле булыуынса,  яңы вирус тиҙ тарала, бик хәүефле: тән температураһы бер нисә көн юғары һаҡлана, үтә ныҡ баш ауырый, мускулдар бөтөнләй эшләмәү сәбәпле кеше хәлһеҙләнә.

Автор:Альфира Узянбаева