Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Ноябрь 2021, 13:05

Изгелек мәктәбе алтын юбилейын билдәләне

Сибай ҡалаһының коррекцион мәктәбе ярты быуатҡа тиң эшмәкәрлеге дәүерендә әллә күпме сәләмәтлектәре мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тормошҡа әҙерләп сығарған белем усағы. Бында ҡыҙҙар-малайҙар белем генә алып ҡалмай, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнә, һөнәр үҙләштерә, яңы һәләттәрен аса. 

Изгелек мәктәбе алтын юбилейын билдәләне
Изгелек мәктәбе алтын юбилейын билдәләне

Балалар ижады үҙәгендә коррекцион мәктәптең 50 йыллығы тантаналы билдәләнде. Сараға ҡасандыр ошо мәктәптә уҡытҡан хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, уҡыусылар, ҡунаҡтар—республиканың мәғариф һәм фән министрлығы, ҡала хакимиәте вәкилдәре, эргә-тирәләге, шулай уҡ Өфөнән коррекцион мәктәптәр етәкселәре, социаль партнерҙар йыйылды.


-- Беҙҙең мәктәптә белем сифатына өҫтөнлөк бирелмәй,  үҙенсәлекле балаларға тормошҡа яраҡлашырға, һөнәр үҙләштерергә ярҙам итәбеҙ. Тәрбиә алымдарыбыҙ ҙа миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек, рәхимлелек кеүек гүзәл сифаттар булдырыуға ҡайтып ҡала. Эшебеҙ еңел түгел, уҡыусыларыбыҙ башҡаларҙан үҙҙәрен кәм тоймаһын, уйнаһын, көлһөн өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Башҡа төрлө эшләй белмәйбеҙ, -- тине Сибай коррекцион мәктәбе директоры Диана Йәнбәкова.

 

Талантлы педагог Диана Йәнбәков етәкләгән мәктәптең алтын юбилей йылы тарих йылъяҙмаһына сағыу биттәр менән уйылһын өсөн тотош коллектив күп тырышлыҡ һалған. Күмәкләшеп тарихты бер урынға туплап, архивта эҙләнеп, фото альбомдарҙағы иҫке фотоларҙы тергеҙеп бай материал йыйғандар һәм һөҙөмтәлә “Уҡытыусылар династияһы” китабын сығарыуға өлгәшкәндәр. Йыйылған белешмәләргә таянып хатта “Изгелек һәм йылылыҡ бөркөлгән мәктәп” исемле документаль фильм да әҙерләгәндәр. Хеҙмәттәренә ижади ҡараған, һәр баланың күңеленә юл таба белгән бер төркөм педагог-дефектологтарға тантанала төрлө кимәлдәге наградалар, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Ҡала хакимиәте башлығы исеменән мәктәптең матди-техник базаһын нығытыуға сертификат тапшырылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы тәрбиәләнеүселәр дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Изгелек мәктәбе алтын юбилейын билдәләне
Изгелек мәктәбе алтын юбилейын билдәләне
Автор:Гульдар Кадаева