Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
25 Ноябрь 2021, 15:21

Хәйбуллалар дебет өмәһен башлағандар

Кис ултырыу, матур өмәләр уҙғарыу - башҡорт халҡында иң күркәм йолаларының береһе. Хәйбулла районы Вәзәм ауылында инде ҡош-ҡорт, һуғым өмәләре менән бер рәттән дебет өмәһен дә башлап ебәргәндәр.

Хәйбуллалар дебет өмәһен башлағандар
Хәйбуллалар дебет өмәһен башлағандар

Кис ултырыу, матур өмәләр уҙғарыу - башҡорт халҡында иң күркәм традицияларҙың береһе. Хәйбулла районы Вәзәм ауылында инде ҡош-ҡорт, һуғым өмәләре менән бер рәттән дебет өмәһен дә башлап ебәргән.

Бәйләнештәге ауыл сәхифәһендә яҙыуҙары буйынса,  ауылдың иң уңған хужабикәләренең береһе Сәғиҙә Сурина ҡышҡылыҡҡа ҡул эшен башлауға ҡатын-ҡыҙҙарҙы дебет өмәһенә саҡырып, шал һуғыу өсөн дебет ҡабалатып алған. “Был ябай булмаған эште һәр кем тотоп эшләп китә алмай, бында оҫталар саҡырыла. Ҡул көсө лә, оҫталыҡ та кәрәк . Ғөмүмән дебет эшкәртеү бик нескәлекте, таһыллыҡты, түҙемлекте талап иткән матур шөғөл ул. Ә инде күмәкләп, өмәләр менән эшләһәң күңелле лә, ырамлы ла була. Эшебеҙ уңай булһын! Бына шулай бергә ҡул ярҙамлашып татыу эшләп, күңелле йәшәйбеҙ, аллаға шөкөр!”,-тип яҙғандар улар.

Автор:Альфира Узянбаева