АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Ноябрь 2021, 13:22

Һөйөнсө! Бүләгебеҙ һеҙгә!

"Атайсал" гәзите яҙылыусылар араһында сираттағы "Гәзиткә яҙыл да бүләк от" уйынын башлап ебәрҙе. Был аҙнаның бүләге--манты бешергесте Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан ҺАҒЫНБАЕВ ФӘРИТ ЯҠУП улы отто! Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм түбәндә яҙылған телефон номерҙары аша бәйләнешкә инеп, бүләкте килеп алыуын һорайбыҙ. Әйткәндәй, икенсе аҙнала ла бүләк уйнатыла. Ул да булһа.... 

Һөйөнсө! Бүләгебеҙ һеҙгә!
Һөйөнсө! Бүләгебеҙ һеҙгә!

"Атайсал" гәзите яҙылыусылар араһында сираттағы "Гәзиткә яҙыл да бүләк от" уйынын башлап ебәрҙе. Был аҙнаның бүләге--манты бешергесте Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан Һағынбаев Фәрит Яҡуп улы отто! Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм түбәндә яҙылған телефон номерҙары аша бәйләнешкә инеп, бүләкте килеп алыуын һорайбыҙ. Әйткәндәй, икенсе аҙнала ҙур стена сәғәте уйнатыласаҡ.

Приз отоу өсөн гәзиткә яҙылыу квитанцияһының фотоһын йә күсермәһен беҙгә 8-927-941-26-06 ватсап һандарына йәки электрон адресҡа [email protected] ебәрергә ашығығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уйында бер йылға, йә ярты йылға яҙылыусылар ҡатнаша. Почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы--626 һум 10 тин, йыллыҡ--1137 һум 71 тин. Сибай ҡалаһы һәм Иҫке Сибай ауылы халҡы редакцияның подписка бүлеге аша ярты йылға 600 һум, бер йылға1100 һум түләп яҙыла ала.

Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Автор:Альфира Узянбаева