АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
21 Ноября 2021, 12:10

Бәхетебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа

Хоҙай балсыҡтан кеше әүәләгән. Балсыҡтың бәләкәй генә өлөшө артып ҡалған. -Һиңә тағы ла нимә эшләйем икән?- тип һораған ул кешенән.

Бәхетебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙаБәхетебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа
Бәхетебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа

Хоҙай балсыҡтан кеше әүәләгән.  Балсыҡтың бәләкәй генә өлөшө артып ҡалған.

-Һиңә тағы ла нимә эшләйем икән?- тип һораған ул кешенән.

- Миңә бәхет әүәләп бир!-тигән кеше.

Хоҙай ҡалған балсыҡты кешенең усына һалған да:

-Мин һиңә ғүмер бүләк иттем, ҡалғаны үҙеңдең ҡулда,-тип яуаплаған.

Ысынлап та, тормошто үҙебеҙгә үҙебеҙ әүәләйбеҙ. Кеше тормошона ҡараш ташлап алабыҙ ҙа, “ҡалай ул бәхетле”, “уның тормошо етеш” тип уйлайбыҙ. Ә бит бәхет һәр кемдең үҙенең ҡулында. Балсыҡты ни тиклем оҫта әүәләй, тормош йомғағы ла шул тиклем шыма тәгәрләй.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас