АТАЙСАЛ
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
20 Ноября 2021, 14:02

Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.

Элек өләсәйҙәр һөйләгән тормош- көнкүреш  тыйыуҙарының хаҡ булыуына ғүмер үткән һайын нығыраҡ инанаһың. Ә һеҙ ниндәй тыйыуҙар ишеткәнегеҙ бар?  - Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура.

Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.
Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.

Элек өләсәйҙәр һөйләгән тормош- көнкүреш  тыйыуҙарының хаҡ булыуына ғүмер үткән һайын нығыраҡ инанаһың. Ә һеҙ ниндәй тыйыуҙар ишеткәнегеҙ бар?

 - Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура.

-Төш күрһәң изгегә юрарға кәрәк. Төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай борһаң- шулайға китә, ти халыҡ аҡылы. Сит кешегә лә һөйләргә ярамай төштө.

-Аҡты( һөттө) көн байығас кешегә бирмә- һыйырыңа зыян килер.

- Аҡсаны кис, ҡояш байығас, кешегә бирмәйҙәр- бәрәкәте китә.

-Ҡул арты ауыр кешегә мал, йә ҡош- ҡорт бирмәйҙәр, бирһәң уңмай, ҡото китә.

-Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.

-Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә.

Бәйләнештәге "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас