Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Ноябрь 2021, 15:51

Аяҡһыҙ ҡыҙ ҡотҡарҙы

Ә был ирҙәр беҙҙең ҡурҡҡанға, илағанға ҡушылып ҡысыҡырып көләләр, сыбыртҡы шартлаталар. Ярайһы ғына “ҡырын тейәп” алғайнылар шикелле. Йүгерә торғас, ауылдың зыяратының ҡоймаһына барып терәлдек, һыйбайлы ирҙәр беҙҙе уратып алды. Фонарь менән яҡтыртып битебеҙҙе ҡарайҙар.

Аяҡһыҙ ҡыҙ ҡотҡарҙы
Аяҡһыҙ ҡыҙ ҡотҡарҙы

Элек баш ҡалала уҡығанда ятаҡта йәшәгән ҡыҙҙар менән бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа барыу йолаға әүерелеп киткәйне. Бер ваҡыт шулай бер ҡыҙҙың ауылына ҡунаҡҡа ҡайттыҡ. Автобус күрше ауылға тиклем генә бара икән. Беҙ бараһы ауылға ярайһы ғына тәпәйләргә кәрәк. Шулай шаярып, һөйләшеп бара торғас, ҡараңғы төштө.  Ундай ҡараңғылыҡты минең бер ваҡытта ла күргәнем булманы. Күңелгә бер аҙ шом төшһә лә, һиҙҙермәҫкә тырышам. Үҙемде эстән генә әрләйем. “Бер-бер хәл була ҡалһа...” тип бер артыма, бер алдыма ҡарап әхирәтем артынан әйәрәм. Инде ауылға индек тигәндә, баҫыу еренән өс һыбайлы килеп сығып беҙҙе баҫтырып алып китте. Быға тиклем, әхирәтемдең: “Беҙҙең яҡта, ҡыҙҙарҙы урлайҙар ул” –тигәнен иҫкә килеп төштө. Илай-илай йүгерәбеҙ. Ә был ирҙәр беҙҙең ҡурҡҡанға, илағанға ҡушылып ҡысыҡырып көләләр, сыбыртҡы шартлаталар. Ярайһы ғына “ҡырын тейәп” алғайнылар шикелле. Йүгерә торғас, ауылдың зыяратының ҡоймаһына барып терәлдек, һыйбайлы ирҙәр беҙҙе уратып алды. Фонарь менән яҡтыртып битебеҙҙе ҡарайҙар. Береһе һүгенә-һүгенә атынан төшөп беҙҙең яҡҡа ыңғайлай башлағайны, ҡатты ла ҡалды. Ә теге икәүһе аттарын бороп ҡасып  киттеләр. Теге ир ҙә ипләп кенә бер нисә аҙым артҡа атаны ла, ауыл осондағы фермаға табан йүгерҙе. Уның артынан зыяраттан оҙон сәсле ап-аҡ аяҡһыҙ шәүлә осоп китте.

Беҙҙең илашып, бысранып ҡайтып ингәнебеҙҙе күргән әхирәтемдең ата-әсәһе бөтөнләй аптыраны. Бер-беребеҙгә өндәшергә лә ҡурҡып, төнө буйы йоҡлай алмай ҡурҡып сыҡтыҡ. Иртән иртүк әхирәтемдең атаһы беҙҙе ауыл мәсетенә өшкөрөргә алып барҙы. Хәҙер инде был хәлгә 30 йылға яҡын ваҡыт үткәндер. Әммә был ваҡиға бер вағытта ла иҫемдән сыҡҡаны юҡ. Әхирәтемдең ата-әсәләре лә һыбайлылар тураһында ла һорашып ҡарағайны, ундайҙарҙы ишеткән кеше булманы. Ә бына оҙон сәсле аяҡһыҙ ҡыҙҙы күреүселәр булған икән. Ауылда бер төркөм йәштәр байрам итеп йөрөгәндә машина менән йылғаға төшөп батҡан. Ауыл халҡы һыуҙан машинаны таба алмай аҙапланғанда, шул ҡыҙ күрһәткән тигәндәр.

Автор:Альфира Узянбаева