+16 °С
Ясно


-Туңдырғысҡа ҡуйғанда әйберҙәрҙе пластик контейнерға һалығыҙ, һауыт ҡапҡасын ныҡлы ябырға кәрәк. Һауыттың өҫтө асыҡ икән, боҙ тиҙ туңа.
- Туңдырғыстың герметиклығын тикшереп торорға кәрәк. Уның өсөн ишегенә ҡағыҙ ҡыҫтырып ҡалдырығыҙ. Әгәр ҡағыҙҙы тартып алып булһа, тимәк ишегенең герметиклығы боҙолған. Шуның өсөн дә эстә боҙ тиҙ туңа. Мастер саҡыртып, резинкаһын яңыртығыҙ.
- Туңдырғысты тиҙ эретеү өсөн вентилятор, йә фен ҡулланырға була.
- Ҡайнар һыу тултырылған шешә лә туңдырғыстағы боҙҙы тиҙ эретә.
- Туңдырғыс тулыһынса боҙҙан арынғас, ҡоро стеналарына мамыҡ диск ярҙамында глицерин һөртөгөҙ. Был ысыул стеналарға боҙ туңыуҙан арындыра.