АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
15 Ноября 2021, 10:55

Оҫтаның ҡулы бәрәкәтле

Баймаҡ районы Ҡултабан ауылында йәшәүсе Урал Ҡаһарман улы Ғөбәйҙуллиндың оҫта ҡулдары эшләгән һандыҡтар инде нисәмә йыл кәләш төшкән йорттарға ҡот килтерә, талдан үрелгән ояларҙа ҡаҙ бәпкәләре морон төртөп йәшел үләнгә аяҡ баҫа. Атап әйткәндә: оҫтаның ҡулы еңел, бәрәкәтле һәм тылсымлы.

Оҫтаның ҡулы бәрәкәтлеОҫтаның ҡулы бәрәкәтле
Оҫтаның ҡулы бәрәкәтле

Баймаҡ районы Ҡултабан ауылында йәшәүсе Урал Ҡаһарман улы Ғөбәйҙуллиндың оҫта ҡулдары эшләгән һандыҡтар инде нисәмә йыл кәләш төшкән йорттарға ҡот килтерә, талдан үрелгән ояларҙа ҡаҙ бәпкәләре морон төртөп йәшел үләнгә аяҡ баҫа. Атап әйткәндә: оҫтаның ҡулы еңел, бәрәкәтле һәм тылсымлы.

Урал Ҡаһарман улы Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратҡан малайҙы атаһы “Улым, һин киләсәктә моғайын рәссам булырһың, һинең һүрәттәреңде ҡарап һоҡланып ултырырбыҙ әле!”-тип дәртләндереп ебәрә. Ысынлап та, мәктәптә уҡыған йылдарҙа, стена гәзитенең рассаме вазифаһын башҡара ул. Матур итеп яҙһынмы, һүрәттәр төшөрөп биҙәһенме, ғөмүмән, иң мөһим эштәрҙе йәш рассамға ғына ышанып тапшыралар. Ауылда йәшәгән егәрле малайҙар өйҙә лә тик ултырмай. Бер ваҡыт кем уҙарҙан ярышып талдан оя үрергә тотоноп китәләр, урҙа үреп балыҡҡа йөрөйҙәр. Сибай педагогия училищеһының Хеҙмәт бүлеген тамамлағас, Магнитогорск дәүләт университетында Художество графикаһы бүлегенә уҡырға инә. Шул уҡ университеттың математика бүлеге студенты Фрүзә Фәүәрис ҡыҙы менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ҡулдарына диплом алып, хеҙмәт юлдарын Магадан ҡалаһында башлап ебәрә йәштәр.

Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигәндәй күп тә тормай Денис менән Илгиз исемле улдарын етәкләп Баймаҡ районы Ҡултабан ауылына ҡайтып төпләнәләр. Ижад юлына асҡыс тап ошо Ҡултабан мәктәбендә хеҙмәт дәрестәре алып барғанда табыла. Балалар менән ниндәй генә эштәр эшләмәй улар! Талдан да үрәләр, ағастан һындар эшләйҙәр, ижади күңелдә ниндәй фантазия бар, барыһын да балаларға өйрәтә, малайҙарҙан оҫта ҡуллы ир-егеттәр тәрбиәләй.

- Ҡул эштәренә хаҡлы ялға сыҡҡас ныҡлап тотондом. Ваҡыт та күп, етмәһә интернет заманы. Нимә генә теләһәң дә, өйрән дә эшлә инде. Бәрәкәле еребеҙҙә ҡул эштәренә барырлыҡ ағастар байтаҡ. Талдан кәрзиндәр, ултырғыстар, креслолар, оялар, гөл, ҡурай һауыттары, төрлө сувенирҙар үрәм. Бының өсөн талды көҙгөһөн япраҡтар ҡойолғас, йә яҙын, бөрөләр асылғансы ҡырҡып алырға кәрәк. Көҙгө талды һәйбәтләп ҡайнатып ҡайырыһын аҡтарып алам. Нәҙегерәктәре кәрәк булғанда талды өс өлөшкә бүлеп эшләйем. Ағастан сувенирҙар эшләү менән дә мауығам. Уның өсөн йүкә, ҡарағас ағастарын ҡулланам. Бының өсөн дә ағасты ваҡытында киҫергә һәм яҡшылап киптерегә кәрәк. Юғиһә эшләгән әйберҙәрҙең кибеп ярылыуы мөмкин,-ти оҫта.

Үрелгән кәрзиндәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ниндәйе генә юҡ!Ә ағастан эшләп башҡорт халҡының орнаменттары менән биҙәлгән ижауҙар, Урал батыр эпосындағы Аҡбуҙат, төрлө кейектәр,ҡоштар формаһында эшләнгән сәғәттәр, әйтерһең дә серле әкиәт иленә етәкләп алып китә. Оҫта ҡулдары менән тыуҙырылған ижади эштәргә һоҡланып ултырғансы, Урал ағай өҫтәлгә тағы ла сувенирҙар теҙҙе. Улары ниҙән эшләнгән тиһегеҙме? Һөйәктән! Май шәменә оҡшап эшләнгән һындарҙың матурлығын әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел. Ижад кешеһенең ваҡытын, фантазияһын, тырышлығын һәм түҙемлеген тап ошо һоҡланғыс эштәр һынландыра ла инде.

-Бындай эштәргә ҡайҙан илһам алаһығыҙ?-тип һорамайынса булдыра алманым.

-Ниндәйҙер эш эшләргә булып китһәм, бик оҙаҡ уйлайым, күҙ алдына килтерәм, һынландырам. Ҡатыныма был турала әйтһәм, һәр ваҡыт дәртләндерә, әйҙәй. Хатта, ижади эшкә үҙе ылығып, ярҙамлаша ла. Бына шул инде минең илһамым,-тип йылмая Урал ағай. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, кәрзиндәр, һандыҡтар, сувенирҙарҙан тыш Урал Ҡаһарман улы йәйә менән уҡтар ҙә эшләй. “Уларҙы һораусылар ҙа күп, эшләүе лә күңелле”,-ти ул. Ишек алдына мишень ултыртып ҡатыны менән уҡтан атып ярышып та алалар

икән. Бына шундай һоҡланғыс кешеләр бар арабыҙҙа. Әйтерһең дә, бер кемдән дә айырылмай улар: ауыл ерендә мал аҫрап, баҡса үҫтереп, балаларына ярҙам итеп (әйткәдәй, бөгөн ул биш ейән[1]ейәнсәргә олатай ) йәшәйҙәр. Тик күңел түрендә йәшәгән ҡул эшенә ваҡыт бүлеп, тирә-яҡты үҙ ижады менән матурлыҡҡа күмеп йәшәүҙәре оҫталарҙың иң ҙур бәхетелер моғайын.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас