

- Полиция хеҙмәтендә эшләү теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
- Хәрби булыу теләге 6-сы кластар тирәһендә уҡығанда барлыҡҡа килде. Был хеҙмәт ни өсөндөр йәмғиәттә, кешелек тормошонда иң кәрәге тип уйланым. Ваҡыт үткән һайын был теләгем күңелемдә үҫеште, нығынды. Хәҙер инде полиция хеҙмәтендә эшләүем менән бәхетлемен. Еңел һәм урта ауырлыҡтағы енәйәттәр тураһында һорау алыу буйынса тикшереү эштәре алып барам. Ир-егеттәр коллективында эшләүе еңел түгел, әлбиттә. Тик шуныһы ҡыуандыра, бер кем дә эште ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ ғына башҡара ала ,тип уйламай. Беҙ барыбыҙ ҙа бер тигеҙ эшләйбеҙ, һәр кемдең үҙ йүнәлеше бар. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күпселек ир-аттарҙан торған коллективта эшләүҙең ыңғай яғы- үҙеңдең көслө һәм сая булыуыңды күрһәтеп, ихтирам яулау. Был һыҙҙаттар хеҙмәттә артабан үҫешергә ярҙам итә, характерҙы нығыта. Ғөмүмән, полиция хеҙмәтендә эшләү өсөн эмоциональ ныҡлыҡ талап ителә.
-Хеҙмәт юлығыҙ нисегерәк һәм ҡайҙа башланып китте?
-Сибай институтын тамамлағас, Баймаҡ районы полиция бүлегенә эшкә урынлаштым. Артабан Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы бүлегенең төрлө йүнәлештәрендә: ЮХХДИ, Патруль-пост хеҙмәте, Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлегендә эшләргә тура килде. 2020 йылдан Сибай ҡалаһының полиция бүлегенә күстем. Дознователь йүнәлешендә 2018 йылдан алып эшләйем.
-Полиция хеҙмәтендә ҡатын-ҡыҙҙар эшләүен күреп аптырап ҡуяһың. Ә һеҙ бер юлы намыҫлы хеҙмәткәр, һөйөклө ҡатын һәм өлгөлө әсә булырға нисек өлгөрәһегеҙ?
-Был беҙҙең хеҙмәттең иң ауыр яғылыр моғайын. Ысынлап та, арыған саҡтар, ғаиләгә ваҡыт етмәй киткән саҡтар була. Әммә яныңда аңлап торған яҡындарың булғанда бындай ваҡыттарҙы үткәреп ебәреүе еңелерәк. Тормош иптәшем үҙе лә ошо йүнәлештә эшләгән кеше. Шуға күрә мине күңеле менән аңлайҙыр инде, донъя йөгө уның иңендә. Иңгә-иң терәшеп, ике балабыҙҙа аяҡҡа баҫтырып киләбеҙ.
-Буш ваҡыттарығыҙҙа ниндәй шөғөлдө үҙ итәһегеҙ.
-Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡатын- ҡыҙ –гүзәл зат булып ҡалырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Шуға күрә буш ваҡытымдың һәр минутында яҡындарыма, балаларыма иғтибар бүлергә тырышам. Уларҙың яратҡан аштарын бешереп һыйлайым. Ғөмүмән, ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә, сәйәхәткә сығырға яратабыҙ. Иң яратҡан шөғөлөм -балыҡ тотоу, спортты инде бер ваҡытта ла онотмайым. Балаларыбыҙҙы ла үҙ миҫалыбыҙҙа һау-сәләмәт тормош яҡлы итеп үҫтерергә тырышабыҙ.Ҡыҙыбыҙ Ариана спорт мәктәбендә профессиональ кимәлдә баскетбол менән шөғөлләнә, улыбыҙ Илнар Балалар ижады үҙәгендә шахмат түңәрәгенә йөрөй.
-Киләсәккә хыялдарығыҙ ниндәйерәк?
-Хыялланып алырға һәр кем яраталыр моғайын. Иң ҙур хыялым –балаларымды өсөн яҡты киләсәк булдырыу, ҙур тормош юлына ныҡлы аяҡ баҫыуҙа ярҙамлашыу. Ә инде татыу ғаиләбеҙ менән ҙур һәм йәмле йортта йәшәү - төп хыялым. Шулай уҡ хеҙмәтемдә ҙур уңыштарға өлгәшергә яҙһын, тигән теләктәмен.
-Хеҙмәттәштәрегеҙҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
-Коллегаларыма хеҙмәттәрендә уңыштар, тотороҡлолоҡ, һөнәри үҫеш теләйем. Эштә әлегесә татыу коллектив булһын, ғаиләләрендә мөхәббәт, бәхет ташып торһон. Ә иң мөһиме, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ, ғаиләләребеҙ имен булһын!
-Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.