

Был да бер килеп үтер әле... Үтер!
Мостай Кәримдең “Быуат” шиғырын уҡып ултырам:
Ниндәй мең йыл хәҙер урамда?
Бер мәл шағир шулай һораған.
Тимәк, әле ул саҡ Ваҡыт булған,
Тимәк ерҙе ҡояш ураған,
Тимәк, елдәр үҙ яйына иҫкән,
Ҡар-ямғырҙар яуған болоттан
Шағир инанған тик мәңгелеккә.
Фанилыҡты шуға онотҡан.
Мин дә бөгөн шул һорауҙы бирәм: -
Ниндәй быуат хәҙер урамда?
Үҙ яуабым хафаларға һала.
Тарафтарға ҡарап торам да.
Күрәм: бушҡа әйләнә Ер шары,
Бер урында ҡояш тапана,
Быуат та юҡ, йыл да, сәғәт тә юҡ,
Ваҡытһыҙлыҡ итә тантана.
Ваҡытһыҙлыҡ ҡоло – иманһыҙлыҡ
Ҡара дегет сәпәй ҡапҡаға.
Замананың ботаҡтары һынһа,
Ҡорор мәңгелектең тамыры.
- Әй, аҙашҡан Ваҡыт, ҡайҙаһың һин?
Әҙәм һине йәнә табырмы?
... Ағай менән Сибайҙың “Алтын тирмә” ҡунаҡханаһында икәү генә әңгәмә ҡороп улт-ырабыҙ. Ул ҡаты сирләй ине. Шулай булһа ла көндөҙгө уҡыу йорттарындағы осрашыу-ҙар, кисен театрҙағы әҙәби кисә мәлендә лә ирәбе йөрөнө, ауыртыу-һыҙланыуҙарын баш-ҡаларға белгертмәне, бәләһен һалманы. Бүлмә лыҡа тулы кисәлә бүләк ителгән затлы гөлләмәләр. Ҡуйыр урын да юҡ. Ағай шуларҙан күсеп яныма ултырҙы ла былай тине:
- Күңел һипһенеп китте, әйтерһең дә сәскәләргә күмелеп ятам.
Алдымда арыған, талсыҡҡан уҙаман ултыра. Шулай ҙа үҙен ҡеүәтле арыҫландай тота, ҡарашы ныҡ, сабыр, мәрхәмәтле. – Бирешкән юҡ әле, бирешмәм дә. Ә ауырыу-сырхауҙар-ға килгәндә улар ҙа бер килеп үтер әле. Үтер!
Ниндәй мең йыл хәҙер урамда? Ваҡытһыҙлыҡ. Битлек эсенә йәшеренгән әҙәм бала-һы үҙ донъяһына ҡасты, боҫто, бикләнде. Йәнде көнө-төнө хафа, борсолоуҙар кимерә. Ер йөҙөндәге барлыҡ ауырыуҙар ҡайҙалыр икенсе юҫыҡҡа күсеп тик уның берәүһе генә тор-оп ҡалды. Көн һайын теүәл иҫәп бара: ауыр-ыусыларҙы, мәрхүм булыусыларҙы хисаплай-ҙар. Бәхәскә урын ҡалдырмаған аныҡ бухгалтерия. Ә мин яҡшы хәбәр көтәм, күңел төпкөлөндә өмөт осмото йызлай, ҡолаҡта бөйөк әҙиптең әйткәне һаман да булһа яңғырап тора һымаҡ: “Был да бер килеп үтер әле... Үтер!”