Атайсал
1 Ноября 2021, 11:33

Дөрөҫ атлайһығыҙмы

Бер көн танышым: - Һиндә саңғы таяҡтары бармы, паркты эшләп бөтөп киләләр, әйҙә ҡараңғы төшкәс скандинав йөрөшөнә сығайыҡ. Миңә ябығырға кәрәк, -тип шылтырата. Былай ҙа биш минут ултырып тороға ваҡыт юҡ. Йән көйөп китте -Һинең көндөҙ ҙә ваҡытың бар бит. Паркка яҡын йәшәйһең үҙең сығып әйлән, -тинем аптырағас. -Юҡ, көндөҙ сыҡһам инәйҙәр көлөр, йәш килеш таяҡ тотоп йөрөй тип. Шуға кеше күрмәгәндә сығайыҡ тейем,-тип һаман ныҡыша. Ябығыу түгел, ауырлыҡ йыя алмай ултырғанымды әйтеп торманым инде. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, баш тарттым. Шулай ҙа скандинав йөрөүенең ниндәй файҙалы яҡтары булыуын уҡып сыҡтым. Бәлки киләсәктә кәрәге тейер, уҡыусыларға ла бәйән итәйем әле.

Дөрөҫ атлайһығыҙмыДөрөҫ атлайһығыҙмы
Дөрөҫ атлайһығыҙмы

Скандинавия йөрөшө - махсус таяҡтар менән йөрөй торған физик активлыҡ төрө. Уның үҙ методикаһы һәм техникаһы бар. Дөрөҫлөктә иһә, таяҡтар ҙа саңғыныҡы түгел, ә махсус әлеге спорт төрө өсөн эшләнелгән. Улар саңғыныҡынан күпкә ҡыҫҡараҡ. Дөрөҫ оҙонлоҡта булмаған таяҡтар ҡулланыу теҙҙәргә, аяҡтарға һәм арҡаға ауырлыҡ килтерергә мөмкин икән, шуға ла таяҡтар һайлағанда кешенең буй озонлоғо ғына түгел, йөрөү тиҙлеге лә иҫәпкә алына.

1.Скандинавия йөрөшө тәндең өҫкө һәм аҫҡы мускулдарын тонуста тота

2.Тәндең 90 процент мускулын эшләтә

3.Ғәҙәти йөрөү менән сағыштырғанда, калорияларҙы 46 процентҡа күберәк яндыра

4.Йөрөгән ваҡытта теҙҙәргә һәм умыртка бағанаһына баҫымды кәметә

5.Үпкәләр һәм йөрәк эшсәнлеген нығыта, ғәҙәти атлап йөрөү менән сағыштырғанда, пульсты 10-15 тибешкә күтәрә

6.Арҡаны төҙ тотоу, муйын һәм елкә ауыртыуынан ҡотолоу өсөн файҙалы

7.Координацияны яҡшырта

8.Спортсылар өсөн йөрәк-ҡан тамыры системаһын һәм сыҙамлыҡты күнектерер өсөн бына тигән тигән ысул

9.Терәк-хәрәкәтләнеү аппараты проблемалары булғандарҙы тулы тормошҡа ҡайтара

Скандинавия йөрөшө ҡағиҙәләре:

- Йөрөгән ваҡытта арҡаны төҙ тоторға, алға бөгөлмәҫкә.

- Хәрәкәттәр саңғыла йөрөүҙе хәтерләтә: уң ҡул һәм һул аяҡ бер юлы, һуң ҡул һәм уң аяҡ бергә атлай.

- Ҡул алға киткәндә ҡулды ҡыҫырға, артҡа киткәндә ебәрергә.

- Башта табанға, унан һуң аяҡ осона баҫырға.

- Йөрөү темпы уртаса булырга тейеш. Тын алыуы ауыр булырға тейеш түгел.

- Беренсе тапҡыр йөрөү 20-25 минуттан артмай, шунан һәр көн  йөрөү ваҡытын биш минутҡа арттырырға.

- Кәүҙәне төҙ тотоу өсөн аҙнаға уртаса өс тапҡыр шөғөлләнеү етә, ә ябығырға теләгән кешеләр һәр көн йөрөһә, яҡшыраҡ.

Фотола Хәйбулла районы Маҡан ауылының иң дәртле ҡатын-ҡыҙҙары спорт менән шөғөлләнә.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас