

Ингредиенттар: 460 г.ҡабаҡ, 400 г. он, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1сәй ҡалағы корица, 1 сәй ҡалғы имбирь порошогы, 1 сәй ҡалғы сода, 0,5 сәй ҡалағы ҡабартҡыс (разрыхлитель), 0,5 сәй ҡалғы борос, 0,5 сәй ҡалағы ҡәнәфер порошогы, 0,5 сәй ҡалағы мускат сәтләүеге, 3 йомортҡа, 100 г. аҡ май, 200 г.шәкәр, ҡомбағыш тосо ла ҡушырға була.
Бешереү өсөн: йомшартылған аҡ майға йомортҡа ҡушып болғатығыҙ. Барлыҡ тәмләткестәрҙе лә ошо массаға ҡушығыҙ. Ҡабаҡты бешереп иҙегеҙ. Тәмләткестәр ҡушылған майға ҡабаҡ пюреһы, он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫығыҙ.
Ҡамырҙы 180 градуслы мейескә 1 сәғәткә ултыртығыҙ. Ҡабаҡ икмәген бешеп сыҡҡас та киҫеп табынға ултыртырға була. Ашығыҙ тәмле булһын!