АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
29 Октября 2021, 10:20

Педофил тотолған

Был юлы мәкерле эшен башҡарырға өлгөргән. Хәл Бүздәк районында булған. Яр буйында балыҡ тотоп ултырғанында бер ҡыҙ менән малайҙы күреп ҡалған. Уларҙы машинаһына ултыртып йөрөткән һәм малайҙы йәшәгән йорто янында төшөрөп ҡалдырған, ә ҡыҙҙы машинала йөрөргә өйрәтәм тип яҡындағы урманға алып киткән.

Педофил тотолғанПедофил тотолған
Педофил тотолған

Башҡортостан, Татарстан республикаларында ике айға яҡын эҙләүҙә булған педофил бөгөн Бәләбәйҙә тотолған.  Уның «Лада Ларгус» маркалы машинала йөрөүе һәм күреүселәр ярҙамында эшләнгән яҡынса фотоһүрәте генә билдәле ине. Был кешене Шишмә, Бүздәк, Бәләбәй райондарында һәм Татарстандың ҡайһы бер ауылдарында  уҡыусы балаларҙы әүрәтеп машинаға ултырыуҙарын һорағанын күреүселәр булған. Хатта, бер ҡыҙҙы урманға һөйрәп алып барғанында ҡапыл кешеләр күреп, ҡотолоп ҡалыуы тураһында ла яҙғайнылар.

Ә был юлы мәкерле эшен башҡарырға өлгөргән. Хәл Бүздәк районында булған. Яр буйында балыҡ тотоп ултырғанында бер ҡыҙ менән малайҙы күреп ҡалған. Уларҙы машинаһына ултыртып йөрөткән һәм малайҙы йәшәгән йорто янында төшөрөп ҡалдырған, ә ҡыҙҙы машинала йөрөргә өйрәтәм тип яҡындағы урманға алып киткән.

Ҡыҙыҡай үҙе менән булған хәлде әсәһенә ҡайтып һөйләгән. Әсә тиҙ арала полицияға хәбәр иткән. Педофилды Бәләбәй районының бер ауылында үҙ йортонда тотҡандар. Ул ҡылынған эшен тулыһынса таныған. Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә тикшереү эштәре алып барыла.

Тормоштағы боролоштарға ара бер аҙым ғына. Көтмәгәндә йән тетрәткес хәлдәр була, ғәзиз кешеләрҙең ғүмерҙәре өҙөлә. Бер-беребеҙгә иғтибарлы булып, балаларыбыҙҙы һаҡлап йәшәйек!

 

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас