Атайсал
25 Октября 2021, 10:19

Сарматтар әүҙемлек күрһәтә

Ял көндәрендә Хеҙмәт урамында йәшәүселәр йыйылышып “Һаулыҡ” һуҡмағын таҙартырға сыҡҡан. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа байтаҡ сүп-сар йыйып, уларҙы йөк машиналарына тейәп ҡала сүп-сар йыйыу пунктына оҙатҡан.

Сарматтар әүҙемлек күрһәтәСарматтар әүҙемлек күрһәтә
Сарматтар әүҙемлек күрһәтә

Сибай ҡалаһы янындағы Сармат ҡасабаһы халҡы үҙенең әүҙемлеге менән күптәргә үрнәк. Төрлө байрам саралары уҙғарып торалар, ҡасабаның йәмәғәт тормошонда ҡатнашалар, төҙөкләндереү эштәре алып баралар. Уҙған йыл ҡасабаның бер нисә урамы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, юлға асфальт түшәүгә ирешкәйне. Быйыл был программала тағы ла бер нисә урам  ҡатнаша.

Шуны әйтеп үтергә кәрәк, программа хәл ителгәнсе, өйҙәрендә ҡул ҡаушырып ултырмай улар. Ял көндәрендә Хеҙмәт урамында йәшәүселәр йыйылышып “Һаулыҡ” һуҡмағын таҙартырға сыҡҡан. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа байтаҡ сүп-сар йыйып, уларҙы йөк машиналарына тейәп ҡала сүп-сар йыйыу пунктына оҙатҡан. “Был эштең аҙаҡтан һөҙөмтәһен күреү –күпкә ҡыуаныслыраҡ”,- тейҙәр улар. Ысынлап та, Сармат ҡасабаһы үҙенең матурлығы, төҙөклөгө һәм таҙалығы менән күптәргә өлгө шул!

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас