АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
25 Октября 2021, 08:08

“Один глаз спит, другой смотрит”

Араларынан иң ҡыйыу егетте һайлап, аҙыҡ артынан ебәргәндәр. Ә уныһы нисек барған, шулай кире елдергән. Килеп етеү менән: “У них Карим такой хитрый, один глаз спит, другой смотрит,”-ти икән ҡото осоп.

“Один глаз спит, другой смотрит”“Один глаз спит, другой смотрит”
“Один глаз спит, другой смотрит”

“Один глаз спит, другой смотрит”

Элек-электән һәр ауылда йор һүҙле, шыма телле, мәҙәк кешеләр йәшәгән. Бына бер ауылда ла шундай кеше булған. Әммә автор уның исемен үҙгәртеп, (үҙенең дә исемен күрһәтмәүҙе һорап) Кәрим бабай тип яҙып ебәргән.

Кәрим бабай етәкселегендә бригада төҙөп, ағас ташырға алыҫ районға ебәргәндәр. Урманда яҡын-тирәнән урыҫтар ҙа эшләй икән. Ҡунып ҡайтырға тура килгәс, урыҫтар төнө буйы байрам иткән. Иртәгәһен бүрәнәләр тейәлеп бөткәс кенә, тракторҙары ватылған. Ә тегеләрҙең аҙыҡтары ла бөткән икән. Башҡорттарҙан һорап алырға уңайһыҙланып, төндә урлап алырға булғандар. Араларынан иң ҡыйыуын һайлап, аҙыҡ артынан ебәргәндәр. Ә уныһы нисек барған, шулай кире елдергән. Килеп етеү менән: “У них Карим такой хитрый, один глаз спит, другой смотрит,”-ти икән ҡото осоп.

(Кәрим бабайҙың бер күҙе һуғышта яраланып, протез күҙ ҡуйҙырған булған. Уныһы фонарь яҡтыһына сағылып, ялтырап ята икән.)

 

Дары урып йөрөйөм.

Кәрим бабай балан йыйып йөрөй ти. Ҡаршыһына урманда аҙашып йөрөгән юлсы килеп сыҡҡан да:

-Куда дорога ведет?-тип һораған.

Былай ҙа йәне көйөп йөрөгән бабай (русса белмәгән инде):

-Әйе, ҡустым күр ҙә тор, ағастан дары урып йөрөйөм, һин әйтмешләй, -тип әрләп ташлаған юлсыны.

 

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас